Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
1 Декабрь 2020, 14:30

Биш бала — биш шатлыҡ

Ҡушкүл ауылынан Гөлнур Мирхәйҙәрова “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды«Әсә — һәр кем өсөн донъяла иң ҡәҙерле кеше. Беҙ тормошобоҙҙағы барлыҡ яҡшылыҡ өсөн уларға бурыслы. Әсәйҙәр беҙгә ғүмер , үҙҙәренең сикһеҙ һөйөүен, йөрәк йылыһын бүләк итә. Әсә наҙы, аҡылы, хәстәрлеге ғүмер юлыбыҙҙа һәр саҡ беҙҙе ҡурсалап тора», — тине район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин тәбрикләү тантанаһында.

Ришат Марат улы билдәләүенсә, күп бала тәрбиәләгән әсәйҙәр айырыуса ҙур иғтибарға һәм оло ихтирамға лайыҡ. Улар балалары өсөн бар тырышлығын, йөрәк йылыһын һала. Әлеге ваҡытта районыбыҙҙа 500-ҙән артыҡ күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙа 1742 бала тәрбиәләнә. “Әсәлек даны” миҙалына районыбыҙҙан барлығы 183 күп бала тәрбиәләгән әсә лайыҡ булған. Быйыл был юғары награда дүрт ҡатын-ҡыҙға тапшырылған . Ә Әсәйҙәр көнө уңайынан был миҙал менән тағы ла бер әсә — Ҡушкүл ауылында ғүмер итеүсе Гөлнур Тимерхан ҡыҙы Мирхәйҙәрова ла бүләкләнде.
Гөлнур һәм Рәфис Мирхәйҙәровтар биш бала тәрбиәләй. Ауыл бәләкәй, эш урындары булмау сәбәпле, ғаилә башлығы ишле ғаиләне ҡарау өсөн төрлө ерҙәрҙә эшләп аҡса таба. Гөлнур Тимерхан ҡыҙы кескәйҙәр менән өйҙә. Балаларҙың өсөһө уҡыусы: Ынйы Асҡын 2-се урта мәктәбенең 6-сы, Ридаль Солтанай башланғыс мәктәбенең 3–сө, Рамазан 1-се класында белем ала. Кесе ҡыҙҙарҙан, Әлфинәгә — 3, ә Назгөлгә 2 йәш кенә әле.
«Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булыу — тормошта иң ҡәҙерлеһе балалар икәнлеген таныу ул. Сабыйҙарҙың киләсәктә кем булып үҫеүе атай-әсәйҙең тәрбиәһенән, хәстәренән тора. Мирхәйҙәровтарға ҡыҙҙарын һәм улдарын лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереп, оло тормош юлына сығарып, игелектәрен күреп, уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәргә насип булһын.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: