Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
2 Ноябрь 2020, 11:52

Бәхетле һәм һоҡланғыс пар

Рәфизә һәм Ҡәҙим Баһмановтар барыһын да дәртләндереп, сәмләндереп йәшәй

12 йыл Борайҙа йәшәһәм дә, бик күп ауылдарҙа булып, байтаҡ кешеләр менән осрашып, улар тураһында бихисап мәҡәлә яҙһам да, Йомаҡайға беренсе барыуым. Шуға ла айырыуса иғтибар менән ауылды күҙәтәм. Килгәндә үк күңелемә оҡшаны: матур, төҙөк урам, тәҙрәләренән нур сәсеп торған йорттар. Мин бараһы Рәфизә һәм Ҡәҙим Баһмановтар өйө лә шундай уҡ төҙөк, нурлы һәм ҡунаҡсыл булып сыҡты.
Орсоҡ кеүек бөтөрөлөп кенә торған Рәфизә апайҙы 1934 йылғы тип кем уйлаһын. Үҙе матур, мөләйем, йылмайып һөйләшә, күҙҙәр генә теймәһен. Йыл башында уның “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” 4-се республика конкурсы финалисы булғанын белә инем. Лайыҡ ул быға. Әлеге ваҡытта тормоштан зарланып, ауырһынып, көрһөнөп йөрөгән күп ҡатын-ҡыҙҙарға өлгө итеп ҡуйырға кәрәк уны.
Ғаиләлә биш бала үҫә улар. Рәфизә апай — игеҙәк һыңары, төпсөктәр. Атаһын хеҙмәт армияһына 1942 йылда саҡырталар. Уны һуғышҡа оҙаталар тигән хәбәрҙе ишетеп, әсәһе Өфөгә юллана. Оҙатҡан ерҙә бик күп һалдат була. Барыһы ла машина арбаһына күпләп ултырған.
Миңлевәли Сәләхов! Миңлевәли Сәләхов...
Ауыл ҡатыны Ғилминур шулай ҡысҡыра-ҡысҡыра ирен эҙләй. Уңға ҡараһа ла, һулға ҡараһа ла — һалдаттар. Уның ире Миңлевәли генә күренмәй. Шул саҡ асы таныш тауыш ишетелгән тарафҡа борола Ғилминур. Машиналарҙың береһендә, аяҡ үрә баҫҡан килеш, ҡулын болғай-болғай ире ҡысҡыра:
— Балаларҙы ҡаҡма! Балаларҙы ҡаҡма! Балаларҙы ҡаҡмааа!..
Ҡағамы инде әсә кеше, һәр ҡайһыһы туҡ булһын, өҫтө бөтөн булһын тип, бар тырышлығын һалып эшләй. Һыйырын бөтөрмәй, уны егеп, фураж тарттырырға ла, баҫыу эшенә лә йөрөй. Оҫта тегеүсе лә була. Төрлөһөнән кейемен тегеп, уны ризыҡҡа алмаштырып, балаларының тамағын ҡайғырта. 90 йәшенә етеп, балалары тәрбиәһендә баҡыйлыҡҡа күсә.
Рәфизә апай әсәһенән тегеү эшенә өйрәнеп үҫә. Ауылдаштарына ғына түгел, тирә-яҡтан да уға тун тектерергә киләләр. Ауылдағы клубҡа төрлө милли кейемдәр ҙә тегә ул. Өҫтәүенә, колхозда бәрәңгеһен, сөгөлдөрөн утарға ла, һөт йыйырға ла, келәттә хисапсы ла, комбайнсы ярҙамсыһы булырға ла (шул саҡтарҙа комбайн йөрөтөргә лә), тағы ла әллә ниндәй бихисап эштәр башҡарырға ла өлгөрә.
Ҡәҙим ағай ҙа ошо ауылдыҡы, 1929 йылда тыуған. Ул заман малайҙары башынан үткән ауырлыҡтарҙы күрергә тура килә уға ла. Кемеров өлкәһендә ФЗО-ға ла ебәрелә, шахтала ла эшләй. Армияла Владивосток ҡалаһында өс йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Унан ауылда умартасылыҡ эшен алып бара. Һуғыш ваҡытында Украинаға 20 ҡорт күсе оҙаталар. Тыныс тормошта фермала эшләй, һарыҡ көтөүен дә көтә.
Үҫмер сағынан Вятский гармунында оҫта уйнаған Ҡәҙим кистәрен ауыл йәштәрен бейетеп, күңелдәрен асһа ла, йөрәгендә бер генә ҡыҙ — Рәфизә була.
1962 йылда улар өйләнешә. 58 йыл бик матур итеп тормош көтәләр. Туғыҙ сабыйға ғүмер бүләк итәләр, әммә уларҙың дүртеһе генә иҫән-һау булып үҫә. Бөгөн Рәфизә апай менән Ҡәҙим ағай Нефтекамала йәшәүсе Хәйерланам, Бөрөлә йәшәүсе Шамил менән Альбинаның, үҙҙәре янындағы төпсөктәре Рәүилдең бәхеттәренә һөйөнөп ғүмер кисерә. Шамил атаһының үҫкән нигеҙендә йорт һалып, баҡсаһында бал ҡорттары үрсетә. Йәйҙәрен Йомаҡайҙа үткәрә. Хәйерланам да, Альбина ла ғаиләләре менән атаһы-әсәһе йортонда йыш ҡунаҡ булып, барлыҡ эш-мәшәҡәттәрендә ҡустыларына ярҙамлашып йәшәй. Олатай менән өләсәйҙең йорттары ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр менән шау-гөр килеп тора.
Баһмановтарҙың йорттары шул тиклем нурлы, яҡты, үҙҙәре асыҡ һәм эскерһеҙ, улар янынан һис кенә лә сығып китке килмәй. Тағын күрешергә һөйләшеп һаубуллашабыҙ. Рәфизә апай оҙатып сыға. Ә өйҙә Ҡәҙим ағайҙың (91 йәш!) гармунында “Борай көйө”н уйнауы һәм матур, һалмаҡ тауыш менән йырлауы ишетелә.
Венера Арысланова.
Читайте нас: