Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
24 Август 2020, 11:30

Мөхәббәтле ғүмер юлы

Әндерйәновтарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды

45 йыл татыу ғүмер кисереүсе был матур парҙа мөхәббәт хисе һүнмәгән-һүрелмәгән. Был уларҙың бер-береһенә ҡарашы, һөйләшеүендә лә һиҙелә.
Салауат һәм Фиалка Әндерйәновтар йәштәргә өлгө булып, иңгә-иң терәп, матур ғүмер кисерә. Ике бала тәрбиәләп үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар икеһе лә күңелдәре менән йәш. Сәләмәт тормош алып баралар, ҡыш саңғыла шыуалар, бассейнға йөрөргә лә ваҡыт табалар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Баҡсаларында ниндәй генә емеш-ағасы юҡ: алмағас, сейә, ҡара, ҡыҙыл ҡарағат, айыу баланы (жимолость), армыт, ҡурай еләге, ҡара бөрлөгән. Дүрт ейән-ейәнсәре өсөн яратҡан олатай-өләсәй ҙә улар. Хәстәрлекле ата-әсә балаларына, туған-тыумасаһына терәк булып, кәрәк саҡта һүҙ менән дә, эше менән дә ярҙам итеп йәшәй.
Салауат Әндерйәнов – “РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Башҡортостан АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы”. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы, 2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтан Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Фиалка Әндерйәнова – юғары категориялы уҡытыусы, “РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы”.
Салауат Кәримйән улы Әндерйәнов Ҡариҙел районының Ҡортлокүл ауылында тыуған. Ололар һөйләүе буйынса, элек ауыл эргәһендәге күлдә бал ҡорттарының оялары булған. Ауыл исеме ошо күлгә бәйле. Салауат Кәримйән улы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1961 йылда 13 йәшлек үҫмер Бәләбәй педагогия техникумына имтихандар тапшырырға китә.
— Сығарылыш кисәһе алдынан мәктәп директоры педагогия техникумына имтихан биререү өсөн өс уҡыусыны ебәрергә һорауҙары тураһында хәбәр итте. Класташтарым Рафаэль, Әлфинә һәм мин Бәләбәйгә юл тоттоҡ. Имтихандарҙы уңышлы тапшырҙым, әммә бер ҙә унда уҡырға теләгем юҡ ине. Ҡайтҡас ата-әсәйемә имтихандарҙы бирә алманым, тип алдарға тура килде. Ҡыҙыу бесән мәле, ҡараңғыға тиклем ҡырҙабыҙ. Үҙем өсөн колхозда ҡалырға хәл иттем. Әммә бер ваҡыт, миңә уҡырға инеүем тураһында хәбәр итеп, ауылға хат килеп төштө. Был минең бар пландарымды һыҙып ташланы. Атай-әсәйем, әлбиттә, әйберҙәремде йыйып, мине уҡырға оҙатты, — тип иҫкә алды ул саҡтарҙы Салауат ағай.
Техникумда ул физика дәрестәрен ярата. Хатта физика кабинетының лаборанты итеп тәғәйенләнә.Ошо фәнде ҡыҙыҡһынып өйрәнә, киләсәктә ул тап ошо йүнәлештә эшләргә хыяллана. Уҡытыусыһы Земфира Сәлиғәскәр ҡыҙы йәш егеттең хыялын тормошҡа ашырып, һигеҙ йыллыҡ мәктәптә физика дәрестәрен алып барыу хоҡуғы тураһында танытма эшләп бирә.
1965 йылдың 15 авгусында Салауат Әндерйәнов Ҡариҙел районы мәғариф бүлегенә эшкә урынлашырға бара. Башланғыс кластарҙы уҡытырға ҡәтғи рәүештә баш тарта. Мәғариф бүлеге начальнигы менән оҙаҡ әңгәмәләшкәндән һуң, ул тыуған ауылына физика уҡытыусыһы итеп ебәрелә.
— Мәктәпкә килгәндә миңә ни бары 17 йәш ине. Бер-ике йәшкә кесе уҡыусыларым менән иң беренсе уртаҡ тел табыуы, дисциплина булдырыу ауырға төштө. Әммә беҙ бергә уртаҡ фекергә килә алдыҡ, — тип хәтирәләргә бирелә ул.
Йәш белгес килеү менән мәктәптә кинематографтар түңәрәге эшләй башлай. Уҡыусылар менән кино төшөрөп, киноаппарат аша күрһәтәләр. Кинотаҫмаларҙы Өфөлә ательела сығаралар. Унан Салауат Кәримйән улы мәктәпкә бәләкәй генә телевизор алып ҡуя. Бар ауыл менән ҡарайҙар уны.
Эшен яратып башҡарһа ла уның юғары белем алыу теләге көслөрәк була. Ҡайҙа ғына бармаһын, бар ерҙә лә, авиация институтынан башҡа, өс йыллыҡ эш тәжрибәһен дәлилләүсе белешмә һорайҙар. Шулай ҙа авиация институтына ғариза яҙып, ике аҙна имтихандарға әҙерләнә. Тик, үкенескә күрә, Мәскәү уның ғаризаһын ҡабул итмәй. Ҡайтыу менән Салауат Әндерйәновҡа хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы килә. Стәрлетамаҡ уҡыу ротаһында әҙерлек курстары үткәндән һуң, уны Германия Демократик Республикаһына хеҙмәткә ебәрәләр. Ярты йыл радист булып хеҙмәт иткәндән һуң, уны уҡыу ротаһына билдәләйҙәр. Йәш һалдаттарҙы уҡыта. 1968 йылдың август айында Чехословакияла һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша. 1969 йылда хеҙмәтен тултырып тыуған яҡтарына ҡайта.
1971 йылда Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Физика буйынса түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, бар сараларҙа, ярыштарҙа ҡатнаша. Уҡыу йортонда алдынғы студенттарҙың береһе була.
Фиалка Карам ҡыҙы 1959 йылдың 20 октябрендә Мишкә ауылында тыуа. Ата-әсәһе Сажиҙә Ғайса ҡыҙы һәм Карам Фәрхетдин улы Хәйретдиновтар — эш кешеләре. Атаһы районда хөрмәтле кеше була, ул оҙаҡ йылдар район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй, унан заготконторала келәт мөдире, унан директор вазифаһын биләй. Әсәһе Сажиҙә Ғайса ҡыҙы тегеүсе булып эшләй. Ул ваҡытта магазиндарҙа кейем-һалым аҙ булғанда, кейем-һалымды үҙе тегеп кейҙерә, хатта пальтолар ҙа тегә. Хәйретдиновтар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Оло ҡыҙҙары Римма (атаһының беренсе никахтан ҡыҙы, ҡатыны үлә), Фиалка, Данис һәм Азат ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсылары була. Бөгөн Римма апаһы Яр Саллы ҡалаһында, ҡустылары Нижневартовскиҙа тормош көтә.
Мәктәптә Фиалка Карам ҡыҙы алдынғы уҡыусы була. Уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай, саңғы ярыштарында, мәктәп сараларында әүҙем ҡатнаша.
— Һөнәр һайлар мәл еткәс, аптырап ҡалдым. Шунда уҡытыусым Венера Абдулла ҡыҙы Ниғмәтова миңә сит телдәр уҡытыусыһы булырға кәңәш бирҙе. Район мәктәптәре был фән буйынса уҡытыусыларға ҡытлыҡ кисерә ине. Күп уйлағандан һуң Бөрө педагогия институтының сит телдәр факультетына имтихандар тапшырырға киттем. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, 1970 йылда студент булдым. Төркөмөбөҙ 11 кешенән генә торғанғалыр, бик татыу булдыҡ. Төҙөлөш отрядтарында, студент яҙы, төрлө сараларҙа, ярыштарҙа ҡатнаштыҡ. Беҙҙең төркөм гандбол менән шөғөлләнде. Өфө ҡалаһына уҡыу йорто исеменән гандбол буйынса ярыштарға йөрөнөк, — тип һөйләне Фиалка Карам ҡыҙы.
Салауат Кәримйән улы ла, Фиалка Карам ҡыҙы ла институтта алдынғылар рәтендә була. Икеһе лә үҙ төркөмдәренән студенттар советы составына инә. Тап ошондағы ултырыштарҙың береһендә танышалар. 1975 йылда Фиалка Карам ҡыҙы уҡыуын тамамлағас, гөрләтеп туй яһайҙар, ә Салауат Кәримйән улы бер йыл һуңыраҡ ҡулына диплом ала. Фиалка Карам ҡыҙы хеҙмәт юлын Мишкә 1-се мәктәбендә сит телдәр уҡытыусыһы булараҡ башлай. Бер йылдан тормош иптәше лә ошо уҡ мәктәпкә физика уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. 1976 йылда улдары Булат донъяға килә. 1981 йылда тырыш уҡытыусыны директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Уның етәкселегендә районда радиоузел булдырыла, радиостанция һатып алына, программалы уҡытыу индерелә. 1983 йылда ғаиләләренә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Альбина тыуа.
1988 йылда яңы төҙөлгән Мишкә 2-се мәктәбенә Салауат Әндерйәновты директор итеп тәғәйенләйҙәр. Башҡарған эшенә яуаплы ҡараған, беренсе урынға уҡытыу сифатын ҡуйған, һәр ваҡыт яңы эҙләнеүҙәр өҫтөндә булған белгес тиҙ арала коллективта, ата-әсәләр араһында хөрмәт яулай. Директор булып эшләү дәүерендә физиканы ташламай Салауат Кәримйән улы. Киреһенсә, Бөрө педагогия институты уҡытыусылары менән бәйләнешкә сығып, мәктәптә физика-математика факультетына уҡырға инеү өсөн әҙерлек курстары булдыра. Шулай итеп, мәктәп районда физика-математика буйынса база мәктәбе була. Кластар балаларҙың ҡыҙыҡһынған фәндәре буйынса бүленә.
— Уйлайым да, нисек барыһына ла өлгөргәнбеҙ икән, тип аптырап ҡуям. Йәшлек дәрте менәндер инде бар ерҙә лә өлгөрөргә тырыштыҡ, арыу һиҙелмәне. Иртә менән барыбыҙ ҙа сығып китәбеҙ, беҙ мәктәпкә, балалар балалар баҡсаһына, тәнәфес ваҡытында йүгереп кенә ҡайтып малдарҙы ҡарап, ашарҙарына һалып, кире йүгерәһең. Унан балаларҙы йыйып ҡайтаһың да, өй мәшәҡәттәренә сумаһың, тағы ла баҡса, йорт-ҡура көтә. Балаларҙы йоҡларға һалғас, тағы ла пландар яҙыу, дәфтәр тикшереү... Балаларҙы педсоветтарға, кисәләргә үҙебеҙ менән йөрөткән саҡтар ҙа булды. Салауаттың әсәһен дә, үҙемдең әсәйемде лә, әсәйҙең һеңлеһе Ләбибә апайҙы ла тәрбиәләп ҡараныҡ. Үҙ яныбыҙға алып тәрбиәләп, уларҙы һуңғы юлға оҙаттыҡ, — ти Фиалка Карам ҡыҙы.
Салауат Әндерйәнов – Башҡортостан Республикаһының “Эврика” уҡытыусылар союзы вәкиле. “Физика в школе” журналына һәр ваҡыт мәҡәләләр яҙа, Республика мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр күрһәтә. Районда беренсе тапҡыр “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы үткәрелгән йылда ул еңеүсе була. Унан районды яҡлап, республика этабында ҡатнаша һәм икенсе урын алып ҡайта. 2000 йылда райондарҙа мәғлүмәт-аналитика бүлектәре булдырыла. Бер тауыштан был вазифаға Салауат Әндерйәновты тәҡдим итәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо йүнәлеште етәкләй. Шулай уҡ 2006 йылдан 2017 йылға тиклем урындағы “Берҙәм Рәсәй” башҡарма комитеты етәксеһе була. Был вазифаһын да яуаплы башҡара, районды алғы рәттәргә сығара. Әлеге ваҡытта ла буш ултырмай: район беренсе ветерандар ойошмаһы рәйесе итеп һайланған, район ветерандар советы ағзаһы.
— Хеҙмәт юлым бик әүҙем үтте. Ниндәй генә вазифала эшләһәм дә, иң беренсе кешеләр тураһында уйланым. Уларға файҙа килтерергә тырыштым. Хаҡлы ялға сыҡҡас, элек ваҡыт, ҡул етмәгән эштәргә ҙур иғтибар бүләм. Ейән-ейәнсәрҙәр менән күберәк булырға тырышам, сөнки үҙ балаларыма тейешле иғтибар, наҙ, һөйөү биреп бөтөрмәгән кеүекмен. Балаларҙың нисек үҫеп-буй еткәнен дә һиҙмәй ҡалдым, — ти Салауат Кәримйән улы.
Матур тормош һәм хеҙмәт юлы үткән Әндерйәновтар оҙаҡ йылдар дауамында бер-береһенә булған һөйөү һәм их­тирам хисен һаҡ­лап, тор­мош юлын ҡыл­ған ғәмәлдәре менән биҙәй.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Мишкә районы.
Читайте нас: