Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
6 Август 2020, 13:47

Ата-әсә бәхете — балаларҙа

Мишкә районынан Ленара һәм Нәфғәт Вәлиуллиндар ҡыҙ һәм улдары менән ғорурлана

Иштебай ауылында йәшәүсе Ленара Назим ҡыҙы һәм Нәфғәт Әүхәт улы Вәлиуллиндар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Ата-әсә бөгөн балаларының уңыштарына шатлана. Улдары Илназ менән Айгиз Мәскәү ҡалаһының юғары уҡыу йорттарын ҡыҙыл дипломға тамамлаған! Егеттәрҙең тырышлығы ҙур ихтирамға лайыҡ. Мәскәү тиклем Мәскәүҙе яулай алған ябай ауыл малайҙарына һоҡланмайса мөмкин түгел!
1992 йылда Ленара Назим ҡыҙы менән Нәфғәт Әүхәт улы Вәлиуллиндар өйләнешеп, ошо уҡ йылда ауыл мәктәбендә эш башлай. Улар икеһе лә һөнәрҙәре буйынса уҡытыусы. 28 йыл педагогик стажлы Вәлиуллиндар бөгөн ауылда ғына түгел, районда билдәле, хөрмәтле шәхестәр. Ленара Назим ҡыҙы биология дәрестәрен алып бара, оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары булып эшләй, унан 2010-2016 йылдарҙа мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Һуңғы йылдарҙа мәктәп филиал статусына ҡалғас, етәксе була. Тормош иптәше оҙаҡ йылдар дауамында тренерлыҡ менән шөғөлләнә. Мәктәптә балалар өсөн “Батыр” спорт клубын булдыра. Бында малайҙар милли көрәш менән шөғөлләнә, ҡыҙҙар самбо серҙәренә төшөнә. “Батыр” спорт клубы тәрбиәләнеүселәре район һабантуйҙарында милли көрәш буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Республика кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа уның тәрбиәләнеүселәре алғы рәттәргә сыға. Шулай уҡ хеҙмәт дәрестәрен дә алып бара ул.
Ленара Назим ҡыҙының ата-әсәһе лә уҡытыусылар. Назим Ғизетдин улы Хажиәхмәтов 42 йыл ғүмерен мәғариф системаһына бағышлаған. Шуның 32 йылы — мәктәп директоры. Әсәһе Әнифә Миңлехаммат ҡыҙы Хажиәхмәтова ғүмер буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
— Мәскәүгә иң беренсе Илназ китте. 2010 йылда К.Э. Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетына уҡырға инде. Унда улыбыҙға урынлашып китергә Башҡортостан Республикаһы студенттары ассоциацияһы ныҡ ярҙам итте. Башҡортостан йәштәре бер-береһенә ярҙам итеп, берҙәм йәшәй. Улар Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған Һабантуйҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Илназ һәр ваҡыт көрәш буйынса алдынғы рәттәрҙә булды. Ул спорт мастеры кандидаты. Оло улыбыҙ эргәһенә кесеһе Айгиз дә барырға теләк белдерҙе. Ярай, икеһе бергә булырҙар, тип ҡаршы төшмәнек. Айгиз Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына уҡырға инде. Авиация буйынса инженер-конструктор һөнәрен үҙләштерҙе. Бәләкәйҙән физика менән ҡыҙыҡһынды. Ул әле лә физикаға һөйөү уятыусы, төплө белем биреүсе уҡытыусыларын Әлфиә Ҡәҙим ҡыҙы Вилданшина менән Фәнил Фәритйән улы Бикбулатовты ихтирам менән иҫкә ала. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкәнгәлерме, бик тырышып уҡынылар, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Беренсе курстарҙа уҡ Айгиз физика буйынса репетиторлыҡ менән шөғөлләнде. Ул да атаһы, ағаһы кеүек спорт менән мауыға — мәктәп йылдарында самбо, каратэ менән шөғөлләнде, футбол уйнарға ярата, — ти Ленара Вәлиуллина.
Илназ 2016 йылда уҡыуын тамамлап, икенсе юридик юғары белем алырға өлгөрә. Айгиз 2019 йылда уҡыу йортон тамамлай. Бөгөн Илназ Мәскәүҙә үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй, Роскосмос корпорацияһында начальник урынбаҫары вазифаһын биләй. Ошо көндәрҙә өйләнә йәш егет. Туй мәшәҡәттәре менән ҡайнай Вәлиуллиндар. Кесе улдары Айгиз уҡыуын аспирантурала дауам итергә ҡарар иткән. Әлеге ваҡытта беренсе курсты тамамлап, йәйге каникулда ата-әсәһенә булыша. Киләсәктә уҡытыусылар династияһын дауам итергә хыяллана. Кескәйҙәре Ҡәҙриә Мишкә ауылында Ф.Бүләков исемендәге 1-се лицейҙа 10-сы класты тамамланы. Ҡәҙриә ныҡлап биология һәм химия фәндәре менән ҡыҙыҡһына. Киләсәктә үҙен медицина өлкәһендә күрергә теләй. Ул да ағайҙары кеүек спортҡа ғашиҡ, мәктәптә төрлө конкурстарҙа, район олимпиадаларында үҙен һынай. Районда үткәрелгән “Йыл уҡыусыһы” конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулай.
— Ағайҙарым менән сикһеҙ ғорурланам. Уларҙан өлгө алырға тырышам, — ти Ҡәҙриә.
Ленара һәм Нәфғәт Вәлиуллиндар балаларын наҙ, хәстәр, һөйөү менән солғап, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеп, лайыҡлы тәрбиә биргән. Ауыл, мәктәп тормошо уртаһында ҡайнаған, йәмәғәт эштәре йөгөн тартҡан, эшһөйәр ата-әсәләрҙең балалары ла тап шундай булырға тейештер.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: