Гөлсөм һәм Данис Вәлиевтар 38 йыл татыу ғүмер кисерә. Ике ул үҫтереп, уларға яҡшы тәрбиә биреп, үҙ аллы тормош юлына сығарғандар. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Данис Боһарый улы Һәйтәк урта мәктәбендә хәрби етәксе булып оҙаҡ йылдар эшләй. Гөлсөм Заһир ҡыҙы башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Белорет районынан Һәйтәк ауылына килен булып төшкән ул. Иҫ киткес моңло тауышҡа эйә. Сара барышында тамашасыларға матур йыр бүләк итте ул. Вәлиевтар ғаиләһенә миҙалды, шулай уҡ 60 йыл бергә йәшәгән Рая һәи Хәтиб Солтановтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау хатын һәм бүләген Иҫке Балтас ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алмаз Хижәпов тапшырҙы. Рая Мәүли ҡыҙы ла ғүмере буйына башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән хөрмәтле хеҙмәт ветераны. Хәтиб Лотфулла улы 42 йыл педагогик хеҙмәт юлын район мәғарифына бағышлаған. Уның 21 йылы — мәктәп директоры вазифаһында. Район мәғариф бүлеге мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Хәтиб Лотфулла улы — РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Солтановтарҙың йылы ғаилә усағында биш бала яҡшы тәрбиә алып үҫә. Бөгөн бәхетле олатай менән өләсәй ейәндәр, бүләләр һөйөнөстәре менән йәшәй. Яңы ғына ейәндәре Артур армия хеҙмәтенә юлланды. Ҙур ғаиләнең һәр бер шатлығы өлкәндәрҙең йөрәк түрендә урын ала, йәшәргә көс бирә.
Байрамға йола буйынса алтын ғаилә юбилейҙарын билдәләүсе парҙар ҙа саҡырылды. Әйткәндәй, ағымдағы йылда районда йәшәүсе 22 пар — алтын, 12 пар гәүһәр туйҙарын билдәләй. Әлеге байрамға уларҙың бишеһе килде: Иҫке Балтас ауылынан Асия Миңләхмәт ҡыҙы һәм Рауил Фәйзхан улы Фәйзхановтар, Флүрә Хәмәт ҡыҙы һәм Муллаян Исламғәли улы Миңлеғәлиевтар, Һәйтәк ауылынан Сания Дәүли ҡыҙы һәм Борис Ҡәүи улы Абзаловтар, Тушҡыр ауылынан Гөлзиә Хәбибйән ҡыҙы һәм Өлфәт Ҡыям улы Вәлиевтар, Иштирәк ауылынан Миңлефәүзиә Хәжиулла ҡыҙы һәм Рәүфәт Тәҡиулла улы Ғарифуллиндар. Хөрмәтле ветерандар барыһы ла ғүмерҙәре буйына тырыш хеҙмәттәрен районға бағышлаған кешеләр. Улар — таңдан тороп эшкә ашыҡҡан, кистәрен йүгереп ҡайтып бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәренә сумған, ғаилә йылыһын оҙаҡ йылдар һаҡлаған, уның сатҡыһын үҫтергән балаларына бүләк иткән һоҡланғыс парҙар. Алтын туйҙарын билдәләгән ғаиләләрҙе ЗАГС бүлегенең әйҙәүсе белгесе Лариса Ахунова тәбрикләне һәм бүләктәр тапшырҙы. Сарала ҡотлау һүҙҙәре менән район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элина Биктубаева һәм Һәйтәк ауыл биләмәһе башлығы Эльза Фәйершина сығыш яһаны. Өлкәндәрҙе тәбрикләгәндән һуң байрам түренә ЗАГС бүлегенә яңы ғына ҡауышыу ғаризаһы биргән йәштәр: Түбән Ҡарыш ауыл биләмәһенән Гүзәл һәм Динар Йосоповтар, Регина һәм Илгиз Кәшфуллиндар саҡырылды, уларға оло быуын өгөт-нәсихәт, фатиха бирҙе. Район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарға ромашка гөлләмәләре бүләк итте. Әлфинә Нурҡаева, Руслан Кабулов, Гөлназ Шәрифуллина йырҙар башҡарҙы, Гөлфиә Шәйесламова сараны матур итеп алып барҙы. Осрашыу барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәп, асыҡ һауала, район Мәҙәниәт һарайы йортонда үткәрелде. Аралашыу китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән сәй табыны артында дауам итте.
Ғәзим Талипов фотоһы.