Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
13 Июль 2020, 18:00

Һөйөү булған ерҙә бәхет бар

Борай районыан Альмира һәм Ҡасим Шәйхетдиновтар балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй

Һәр ауыл үҙенсә күркәм һәм уны матур йәшәгән халҡы биҙәй. Салҡаҡта ла ауыл биҙәге булған ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе — Альмира апай һәм Ҡасим ағай Шәйхетдиновтар ғаиләһе. Улар быйыл “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Альмира апай һәм Ҡасим ағай йәшәгән йорттоң ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаныҡ. Яп-ябай ауыл йорто. Тәҙрә төптәрен шау сәскәгә күмелеп ултырған гөлдәр биҙәй. Йорт алдында бәләкәй генә сәскә баҡсаһы. Баҡса уртаһында эре-эре емештәре менән күҙҙе ҡыҙыҡтырып торған ҡарағат ҡыуағы үҫеп ултыра. Ишек төбөнән үк береһенән-береһе сибәр ике гүзәл зат ҡаршы алды. Ҡыҙҙары булып сыҡты: иң өлкәне һәм иң бәләкәйе. Икеһе лә әсәй булған инде, икеһенең дә үҙ оялары бар. Ауылға ата-әсәләренә ярҙамлашырға тип ҡайтҡан саҡтары икән.
Ишектән өйгә үтеү менән Альмира апай: “Сәй ҡуябыҙ, балам. Сәй эсә торған саҡ. Ҡыҙыу бигерәк, эҫе. Әйҙә, уҙ, сәй эсеп алайыҡ башта”, — тип, мине, күптәнге танышын осратҡан кеүек, ҡаршы алды. Шундай йылылыҡтан, ябайлыҡтан, беренсе күргән кешеһенә кеүек түгел, туғанын ҡаршылаған кеүек өндәшеүенән хатта исемемде әйтергә лә онотҡанмын. Бер аҙ әңгәмә ҡорғас ҡына таныштырҙым үҙем менән.
Альмира апай бик асыҡ булып сыҡты. Уның менән һөйләшеү бер төрлө еңел, рәхәт. Үҙе Ҡолай ауылынан икән.Салҡаҡҡа килен булып төшкән. Биш балалы ғаиләлә иң өлкәне булып үҫкән. Атаһы һуғыш яландарын иҫән үтеп ҡайтҡан кеше булараҡ, балаларын һәр ваҡыт тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтеп үҫтергән.
— Атайым Курск дуғаһындағы һуғышты һөйләгәнен бөгөнгөләй хәтерләйем. Беҙ утҡа тотабыҙ, немецтар утҡа тота. Өҫтән дә шартлай, аҫтан да ут ҡалҡа. Ер нисек сыҙағандыр, балалар, тип һөйләй ине атайым, — ти Альмира апай. — Шуға ул беҙгә һәр атҡан таңдың, һәр көндөң ҡәҙерен белергә ҡуша ине. Ваҡытты бушҡа уҙҙырмаҫҡа, яҡшы йәшәргә кәрәклеген аңлатып үҫтерҙе.
Эйе, яугир Хәтмулла Исламовтың балалары атай һүҙен бөгөн дә һанлап, ҡәҙерләп, хәтерҙә һаҡлап йәшәй һәм балаларына ла шундай тәрбиә бирергә тырыша.
Ҡасим ағай ҙа биш балалы ғаиләлә үҫкән. Әммә уның атаһы Фәррәх һуғыш яланынан иҫән ҡайта алмаған. Бишенсе сабыйының ҡырығы ғына тулып, ирен һуғышҡа оҙатҡан әсәһе балаларын кеше араһында кәм-хур булмаҫлыҡ итеп тәрбиәләй. Балалары үтә лә сабыр, үтә лә намыҫлы, эшсән булып үҫә. Ҡасим ағай тыуған ауылында колхозда умартасылыҡта эшләгәндә лә, заправкалаусы булғанда ла эшен намыҫлы башҡара. Ғүмере буйына тыуған ауылына хеҙмәт итеп, лайыҡлы ялға сыға. Альмира апай ҙа Салҡаҡҡа бары тик игелектәр килтереүсе килен була. Иренең әсәһе менән телгә килмәйенсә 12 йыл татыу ғүмер кисереп, уны ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙата. Колхоз тирмәнендә оҙаҡ йылдар лаборант, унан фермала һауынсы булып эшләп, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булып, пенсияға сыға.
Альмира апай бәйләм-сигеүгә лә оҫта булып сыҡты. Келәмдәр, ултырғыс япмалары, ашъяулыҡтар һәм башҡа бик күп әйберҙәрҙе матурлап, төрлө биҙәктәр, сәскәләр төшөрөп сиккән ул йәш сағында. Әле һуңғы йылдарҙа ғына был шөғөлөн туҡтатҡан. Өҫтәл тирәләй теҙеп ҡуйылған ултырғыс-эскәмйәләргә уның күҙ нурҙары ҡушылып сигелгән сәскәле япмалары бирегә килгән-киткән кешене сәй табынына үҙҙәре үк саҡырып торған кеүек. “Ҙур тегеү энәһе бар бит. Шуның менән сигә инем. Уның да үҙ серҙәре бар: энә артыҡ ҙур булмаҫҡа тейеш, улайһа тишеге ҙур була ла, яһаған биҙәгеңдең матурлығы юғала”, — тип һөйләне ул.
Шәйхетдиновтарҙың ғаиләһендә биш бала үҫә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ Ҡазан ҡалаһында йәшәй, тормош иптәше менән ике бала үҫтергән, балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Раушания Свердловск өлкәһенең Березовский ҡалаһында йәшәй. Шәфҡәт туташы ул. Уның да тормош иптәше менән икеһенә иркәләп кенә үҫтергән өс балаһы бар. Руфина Татарстандың Түбән Кама ҡалаһында төпләнгән. Урта мәктәптә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, ире менән ике ҡыҙ үҫтерә. Берҙән-бер улдары Илһам да апаһы йәшәгән ҡалала. Түбән Каманың бер мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, ике ҡыҙ атаһы. Төпсөктәре Рүзилә Өфөлә йәшәй. Ата-әсәһе янына йышыраҡ ул ҡайта. Мин барғанда ла ике балаһы менән ауылда ине.
— Ярай балалар бар. Тормошобоҙҙо йәмләүсе лә, нығытыусы ла, еңеләйтеүсе лә улар бит, — ти Альмира апай өйҙәге барлыҡ уңайлыҡтарға ишаралап. — Барлыҡ эште емертеп эшләп, беҙҙе һөйөндөрөп ҡайтып китәләр. Хоҙайға шөкөр, һыуыбыҙ кергән, газыбыҙ яна, өйөбөҙ йылы. Күҙ теймәһен балаларға, аҡыллы, ярҙамсыл үҙҙәре.
Әсә кешенең был һүҙҙәре менән килешмәй мөмкин түгел. Әммә ата-әсә үҙе аҡыллы булып, балаларын бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, ата-әсә ҡәҙерен белерлек итеп тәрбиәләгәнгә күрә шулай бит ул.
— Аталары үҙ ғүмерендә спиртлы эсемлектәр эсмәне, аҡыллы ир ҙә, тыныс һәм йомшаҡ күңелле атай ҙа булды, — тип ғорурланып тормош иптәшенә ҡараны Альмира апай.
Дөрөҫ, аҡыллы атай һәм әсәй менән үҫкән балаларҙың үҙҙәренең дә ҡорған ғаиләләре ныҡлы һәм яҡшы булыуы көн кеүек асыҡ. Бөгөн Шәйхетдиновтар биш шатлыҡтары, биш бәхеттәре булған ҡыҙҙары һәм улдарының яҡшылығына һөйөнөп йәшәй икән, улар үҙҙәре сәскән нурҙы, үҙҙәре биргән тәрбиәне татый бит. Шундай ғаиләләр булғанда йәмғиәтебеҙ ныҡлы, йәшәйешебеҙ матур буласаҡ.
Венера Арысланова
Читайте нас: