Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
13 Июль 2020, 14:24

Пар күгәрсендәр һымаҡ

Мишкә районынан Гүзәлиә һәм Илфир Заһитовтарҙың ғаилә усағын ҡабыҙыуға 24 йыл ваҡыт үткән. Мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән ғаиләгә ауылдаштары һоҡланып ҡарай.

1974 йылдың авгусында Мишкә районының Спартак тигән бәләкәй генә ауылында, Венера һәм Рафиҡ Сөләймәновтар ғаиләһендә көтөлгән сабый тыуа. Ҡыҙҙарын гөлдәй наҙлы, сибәр булһын тип, ата-әсәһе Гүзәлиә исемен ҡуша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауыл күптән юҡ инде. Ауыл таралғас, ғаилә Уръяҙыға күсенә. Мәктәпте тамамлап, Гүзәлиә Рафиҡ ҡыҙы уҡытыусы булыу теләге менән Бөрө ҡалаһына юл тота. Филология факультетын уңышлы тамамлап, йәш белгес тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Хеҙмәт юлын күрше Янағош ауылы мәктәбендә башлай. Тап шунда буласаҡ тормош иптәшен осрата. Илфир Тәлғәт улын әрме сафтарына оҙатып, көтөп ала. Яңынан ике йыл хистәрен һынағас, 1996 йылда сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Ғаиләлә үҙе генә үҫкән ҡыҙ ҙур ғаиләгә килен булып төшә. Мәккә һәм Тәлғәт Заһитовтар ете малай тәрбиәләгән. Уларҙың барыһы ла әрме сафтарында хеҙмәт иткән. Бер ағалары Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән.
— Ҙур, татыу, эшһөйәр, моңло ғаиләгә аяҡ баҫҡас, ағайҙарым менән апайымдар ҙа булды, тип әйтә алам, сөнки килендәштәр менән бер туғандарҙай йәшәйбеҙ. Бәләкәй саҡта туғандарым булһын ине, тип теләй инем, Аллаға шөкөр, кейәүгә сыҡҡас, хыялым тормошҡа ашты, — ти Гүзәлиә Заһитова.
Илфир Тәлғәт улы менән 24 йыл бәхетле ғаилә тормошо кисерәләр. Бер ҡыҙға һәм ике малайға ғүмер бүләк иткәндәр. Тырыш ғаилә үҙ көстәре менән йорт төҙөп сыға.
Бөгөн Гүзәлиә Рафиҡ ҡыҙы — Камай ауылы мәктәбендә уҡытыусы, ә тормош иптәше вахта ысулы менән ситтә эшләй. Ҡыҙҙары Зилиана Өфө ҡалаһында эшләй, күптән түгел юғары уҡыу йортон тамамланы. Уртансы улдары Илнар — 9-сы , ә кесе улдары Илсаф 7-се класты уҡып бөттө.
Заһитовтар мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Гүзәлиә Рафиҡ ҡыҙы ихатаһын йыл һайын күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә күмә.
“Бәхетле ғаилә тормошоноң сере нимәлә?” тигән һорауға, Гүзәлиә Рафиҡ ҡыҙы:
— Бер-береңде ихтирам итеүҙә. Йәштәргә кәңәшем шул: бер-берегеҙгә юл ҡуя, ишетә-тыңлай белегеҙ. Ә ир кеше үҙен ғаилә башлығы икәнлеген тойоп йәшәргә тейеш, — тине.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: