Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
13 Июль 2020, 12:15

Алтын туй — ғүмер бүләге

Ҡубияҙ ауылында йәшәүсе Зәйтүнә һәм Мөхәмәтнур Ғәйнелйәновтарҙы алтын туйҙары менән тәбрикләнеләр.

Ҡубияҙ ауылында йәшәүсе Зәйтүнә һәм Мөхәмәтнур Ғәйнелйәновтар бергә татыу ғүмер итеүҙәренең 50 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне.
Ярты быуат бергә иңгә-иңде терәп, бер-береһенә терәк-таяныс булып татыу, һоҡланғыс тормош юлы үткән Ғәйнелйәновтар бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән. Зәйтүнә Хәтип ҡыҙы — һауынсы, Мөхәмәтнур Мөбәрәк улы совхозда тракторсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ғәйнелйәновтар ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, үҙҙәре һымаҡ эшһөйәр, тырыш итеп тәбиәләп үҫтергән. Бәхетле өләсәй менән олатай бөгөн туғыҙ ейән-ейәнсәрен, дүрт бүлә-бүләсәрен һөйөп ҡыуана.
Күптән хаҡлы ялда булһалар ҙа Ғәйнелйәновтар йәштәргә биргеһеҙ итеп күркәм донъя көтә: мал ҡарай, баҡса үҫтерә. Әле лә ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләү менән мәшғүлдәр.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Асҡын ауылында үткән тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Ришат Дихин алтын туйҙарын билдәләүсе Ғәйнелйәновтарҙы тәбрикләп, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләген
тапшырҙы.
— 50 йыл ғүмер һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ярты быуат элек 7 июлдә никах уҡығайныҡ, ә 17 июлдә ЗАГСҡа индек, — тип хәтерләй улар ғаилә ҡорған көндәрен.
Бер-береһенә йылмайып, бер ҡарауҙан аңлашып торған Ғәйнелйәновтарға ҡарап, йәнәшәбеҙҙә ниндәй лайыҡлы, матур парҙар йәшәүен, тормошта ғаиләнән дә мөһимерәк һәм ҡәҙерлерәк бер нимә лә булмауына тағы бер тапҡыр төшөнәһең.
Наилә Имаева.
Читайте нас: