Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
10 Июль 2020, 15:55

Мөхәббәтле, парлы ғүмерҙәр

Бөгөн Асҡында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған сарала ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр.



Район үҙәгенең Ленин майҙанында ғаилә йылылығы, бер-береңә һөйөү һәм хөрмәт менән һуғарылған бик матур сара үтте. Уны “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Инзилә Ғәлиева йәнле итеп алып барҙы.
Район хакимиәте башлығы Ришат Дихин йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, ғаиләнең иң мөһим ҡиммәтебеҙ булыуын билдәләне.
- Ныҡлы, татыу ғаиләләр – ил терәге. Бөгөн нәҡ шундай ғаиләләр байрамыбыҙ күрке. Районыбыҙҙа быуындан-быуынға рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, милли йолаларҙы тапшырған әүҙем, рухлы, татыу ғаиләләрҙең күп булыуы менән ғорурланабыҙ. Айырыуса күмәк бала үҫтереүсе, тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләргә рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм. Йәш ғаиләләргә лә бөгөн дәүләтебеҙ тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. Районыбыҙҙа 10 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификат алды. Был бик яҡшы. “Ғаилә” үҙәге, ЗАГС бүлеге, район ҡатын-ҡыҙҙар советы урындағы хакимиәт менән берлектә ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән тырышып эшләй. Йәштәрҙең районыбыҙҙа ҡалып, балалар үҫтереп, тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәтенә тырышып эшләүен, бар ғаиләләрҙең дә имен, бәхетле булыуҙарын теләйем, - тип тәбрикләне Ришат Марат улы.
Артабан Ришат Марат улы районыбыҙҙың иң әүҙем, татыу, тырыш ғаиләләренең береһе Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе Мәмдүнә һәм Зөлфәҡәр Ғафуръяновтарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы. Райондың, ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, талантлы балалар үҫтергән был парҙы Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов та тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.
50 йыл бергә татыу ғүмер итеп, алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә юбилярҙары ла тәбрикләнде сарала. Ҡубияҙҙан Зәйтүнә һәм Мөхәмәтнур Ғәйнелйәновтарға - Башҡортостан Республикаһы Башлығының Тәбрикләү хаты һәм иҫтәлекле бүләге, ә Ҡыйғаҙынан Зәкиә һәм Фәғил Сафиндарға, Яуһәриә һәм Рәлиф Сафиуллиндарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан район ҡатын-ҡыҙҙар советы Асҡын мәғлүмәт үҙәге менән берлектә “Ҙур ғаиләнең күңелле тормошо” тигән онлайн-конкурс ойошторғайны. Ошо бәйгенең йомғаҡтары менән таныштырып, Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова еңеүселәрҙе тәбрикләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Наилә Имаева.
Автор фотолары.




Читайте нас: