Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
10 Июль 2020, 16:25

“Бер-береңде хөрмәт итеп, терәк-таяныс булып йәшәргә кәрәк”

Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе татыу, уңған, йыр-моға ғашиҡ Мәмдүнә һәм Зөлфәҡәр Ғафуръяновтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.


Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы менән Зөлфәҡәр Имаметдин улы бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған һоҡланғыс пар. Уларҙың уҡытыусылыҡ стажы — 86 йыл!
Мәмдүнә апай менән Зөлфәҡәр ағай 49 йыл бер-береһенә терәк-таяныс булып, бер-береһен һөйөп һәм хөрмәт итеп ғүмер итә. Татыу ғаиләлә дүрт бала ата-әсә наҙына, һөйөүенә төрөнөп үҫкән. Улар бөгөн барыһы ла үҙ ғаиләләрен ҡороп, үҙҙәре атай-әсәй булып, бәхетле тормош көтә. Ғафуръяновтарҙың улдары һәм ҡыҙҙары ла тырыш, эшһөйәр, талантлы, һәр береһе йыр-моңға әүәҫ. Ете ейән-ейәнсәр, ике бүлә-бүләсәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй бәхетле өләсәй һәм олатай бөгөн. “Бер-береңде хөрмәт итеп, терәк-таяныс булып йәшәргә кәрәк. Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Ваҡытында бер-береңә юл ҡуя һәм ғәфү итә белергә лә кәрәк”, - тип ғаилә татыулығының серҙәре менән дә бүлеште улар.
Донъяларын сынъяһау итеп ҡорған, гөл-сәсәкәгә күмгән Ғафуръяновтар хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙемлектәрен юғалтмай, киреһенсә тағы ла илһамланыбыраҡ ижад итә башлай. Улар балалары һәм ейәндәре менән район һәм республика сараларында әүҙем ҡатнаша, ауылдың йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй.
Ғафуръяновтар мал да тота, баҡса тултырып йәшелсә, еләк-емеш үҫтереп тә мул уңыш ала. Дарыу үләндәренең шифаһын белгән Мәмдүнә апай иртә яҙҙан көҙгә тиклем урман-ҡырҙарҙан ошо файҙалы үләндәрҙе йыя.
Зөлфәҡәр ағайҙың ҡулынан гармуны, баяны төшмәй, ә Мәмдүнә апай үҙе яҙған шиғырҙары, йырҙары менән күңелдәрҙе рухландырып тора. Әйткәндәй, үткән йыл Мәмдүнә Ғаян ҡыҙының шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе һәм быйыл яҙ ул ижадташ дуҫтарын йыйып, китабының исем туйын да үткәрҙе.

Наилә Имаева.

Автор фотолары.

Читайте нас: