Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
8 Июль 2020, 17:20

Күркәм ғаилә — ауыл биҙәге

Солтанай ауылында йәшәүсе Рузилә һәм Руфат Ғайфуллиндар хеҙмәттән йәм табып, балалары уңыштарына һөйөнөп, тырышып донъя көтә

Рузилә һәм Руфат Ғайфуллиндар — Солтанай ауылының уңған, татыу, күп бала тәрбиәләүсе матур ғаиләһе. Улар үҙ тырышлыҡтары менән етеш донъя ҡороп, тәрбиәле балалар үҫтереп, ауыл тормошон үҙ итеп йәшәй. Булдыҡлы ғаилә ишле мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙырға ла һәр ваҡыт әҙер улар. Ғаилә башлығының эшләмәгән эше юҡ: техниканы “биш бармағылай” яҡшы белә, электр үткәреү буйынса лә оҫта. Ә иң яратып башҡарған эше — умартасылыҡ. Был шөғөлдөң ни тиклем тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап иткәнен ҡорт ҡараған кеше үҙе генә белә. Иртә яҙҙан алып, йәй буйына бал ҡорттары янында өйөрөлһә, ҡышын умарталар, рамдар эшләү менән мәшғүл Руфат Ғәзимйән улы. Тырыш ғаилә үткән көҙ яңы өй туйлаған. Туғандары, күрше-тирәләре ярҙамы менән өй һатып алып, күсереп күтәргәндәр.
Рузилә Ғәзинур ҡыҙы Асҡын ауылында үҫкән. Ғаилә ҡороуҙарына быйыл 18 йыл тулған. Ул оҙаҡ йылдар Асҡын үҙәк район дауаханаһында санитарка булып Солтанай ауылынан йөрөп эшләне. Әлеге ваҡытта ауылдағы башланғыс мәктәптә техник хеҙмәткәр. Уңған хужабикә булараҡ, ул тегеү-сигеүгә маһир, аш-һыуға оҫта. Күп балалы әсәнең хәстәрҙәре байтаҡ.
Рузилә һәм Руфат Ғайфуллиндар биш балалары — биш шатлыҡтарына ҡыуанып ғүмер кисерә. Улар өләсәй-олатай булыу бәхетен дә татыған. Оло ҡыҙҙары Илмира кейәүҙә, Шаран районында йәшәй, тормош иптәше Динур менән Ибраһим исемле ул үҫтерә. Рәсүл Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжының 2-се курсын тамамлаған. Асҡын 2-се урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған Камил да ағаһы янына уҡырға барырға әҙерләнә. Кеселәре Солтанай башланғыс мәктәбендә белем ала. Рузана — 3-сө, ә Надир 1-се класты тамамлаған.
“Хәҙер йәштәр күмәк бала ҡарауҙан ҡурыҡһа ла, ишле ғаиләлә бала эшләп үҫә, бер-береһенә ярҙамсыл була. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ хеҙмәт һөйөүсән, хужалыҡта ҙур ярҙамсылар. Улдарым бер-береһен хәстәрләп, һеңлеләрен ҡурсалап тора, татыуҙар. Һәр бала үҙ риҙығы менән тыуа, тиҙәр. Аллаға шөкөр, хөкүмәтебеҙ ҙә ишле ғаиләләрҙе хәстәрләй. Беҙ ҙә күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән пособиеларҙы алабыҙ. Бына күптән түгел ике балаға ике ҡабат 10-ар мең аҡса алып ҡыуандыҡ. Яҙын аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ла бирҙеләр. Дистанцион уҡыу ваҡытында Камил улыбыҙға “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” акцияһы сиктәрендә мәғариф бүлегенән смартфон бирелеүе лә ҙур һөйөнөс булды”, — тип үҙенең шатлыҡ-ҡыуаныстары менән бүлеште Рузилә Ғәзинур ҡыҙы.
Бына шулай булғанына шөкөр итеп, булмағанын бергәләп хәстәрләп, тыуған ерҙәренә йәм өҫтәп, хеҙмәттән тәм табып ғүмер итә Ғайфуллиндар.
Илһөйәр Махатова.
Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.
Читайте нас: