Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
21 Июнь 2020, 12:19

Атайҙар – донъя терәге

Хөрмәтле, һөйөклө, хәстәрлекле атайҙар! Һеҙҙе ихлас күңелдән Атайҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Атай кеше бала күңелендә әсәй менән иңгә-иң терәк булған иң ҡәҙерле, иң кәрәк кеше ул.
Нәҫеле бар – нығыр, тигәндәр боронғолар. Тимәк, атай – нәҫел башы.
Атай булыу – бик яуаплы эш. Атай кеше, ысын мәғәнәһендә атай булып тәрбиә эшендә ҡатнашһа, ғаиләлә именлек, һөйөү, үҙ-ара аңлашыу була. Шуға ла, хөрмәтле атайҙар, балаларығыҙға артабан да һәр яҡлап өлгө булып, сәләмәт тормош алып барып, ғаиләгеҙгә ныҡлы терәк-таяныс булып йәшәгеҙ! Атай кеше булараҡ бала тормошонда туранан-тура ҡатнашып, уларҙы яратып, иғтибарлы булып, эшһөйәрлеккә, йүнселлеккә, яуаплылыҡҡа, төрлө кәсептәргә өйрәтеп, кәрәк саҡта сабыр ғына аңлатып, кәрәк ваҡытында шелтәләп, айырым уңыштары өсөн бүләкләп, килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеп, тормошобоҙҙо йәмләп, йән өрөп тороғоҙ!
Теманы дауам итеп...
Атайҙар көнө йыл һайын донъяның бик күп илдәрендә июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә байрам ителә. Тәүге тапҡыр уны Америкала Сонора Смарт тәҡдиме буйынса билдәләйҙәр. Уның атаһы — Уильям Смарт, ҡатыны вафат булғас, яңғыҙы алты балаһын тәрбиәләп үҫтерә. Сонора урындағы власҡа атайҙарға арналған байрам булдырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә.Тәҡдим хуплана.
Читайте нас: