Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
26 Май 2020, 12:38

“Был хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул иттек”

Алты бала тәрбиәләүсе ғаилә хөкүмәт ярҙамына сикһеҙ шат

Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 июндән ғаиләлә тәрбиәләнгән өс йәштән 16 йәшкә тиклемге һәр балаға 10 мең һум күләмендә аҡса түләнәсәге тураһында иғлан итте.
Балтас районының Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе алты бала тәрбиәләүсе Зилә һәм Айрат Кашаповтарҙан был шатлыҡлы яңылыҡты нисек ҡабул итеүҙәре тураһында һораштыҡ:
— Илебеҙ Президенты иғлан иткән хәбәрҙе шатланып ҡабул иттек. Бигерәк тә ошо ҡатлаулы осорҙа шундай һиҙелерлек ярҙам күрһәткәне өсөн хөкүмәткә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Балаларыбыҙ өсөн янып-көйөп йәшәйбеҙ, уларҙың яҡты киләсәгенә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Донъялар тыныс булып, имен тормошта бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын ине, — тип хис-тойғолары менән уртаҡлашты Зилә Мөхәмәтзыя ҡыҙы.
Кашаповтарҙың балалары тырышып уҡый, бейеү, тайланд боксы түңәрәктәренә ҙур теләк менән йөрөй, улар ата-әсәһенә оҡшап тырыш, хеҙмәт һөйөүсән, маҡсатсан булып үҫә, ололарға йорт эштәрендә ярҙамлаша.
Күмәк ғаилә мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Кашаповтар үҙҙәренең йәшәү рәүеше менән балаларына, туғандарына, ауылдаштарына, йәштәргә матур өлгө күрһәтә. Уларға балаларын иҫәнлектә-һаулыҡта үҫтереп, киләсәктә игелектәрен күреп йәшәргә яҙһын.

Гөлфизә Хәсбетдинова.
Читайте нас: