Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
15 Май 2020, 16:15

Уңған, йүнсел, татыу ғаилә

Асҡын ауылында йәшәүсе Тәфҡиә һәм Фирзәт Ғилуановтарҙың татыулығына, уңғанлығына, йүнселлегенә, ярҙамсыллығына һоҡланмау мөмкин түгел.

Тәфҡиә апай менән Фирзәт ағай икеһе лә Ҡарткиҫәк ауылында тыуып үҫкән. 1977 йылда ғаилә ҡоралар. Йәштәр тәүҙә ике йыл Ҡырғыҙстанда йәшәй. Шунда улдары Илдус тыуа. Тик тыуған яҡ барыбер үҙенә тарта, өҫтәүенә ундағы климат та бик оҡшап етмәй. 1980 йылда Ғилуановтар Асҡын ауылына ҡайтып төпләнә. Ғаиләләренә тағы ла йәм өҫтәп, улдары Филүс тыуа. Тәфҡиә апай тәүҙә биш йыл урман хужалығында, артабан 28 йыл икмәк бешереү йортонда фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға. Фирзәт ағай ҙа бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәттә үткәрә: ауыл хужалығында, артабан урмансылыҡта тракторсы һәм водитель булып эшләй. Бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, яратҡан һөнәренә тоғро ҡала.
Матурлыҡҡа ғашиҡ, донъя көтөүгә иҫ киткес тырыш, күркәм холоҡло Ғилуановтарҙың етеш тормошона, йүнселлегенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем сәскәләргә күмелеп ултырған баҡсала ниндәй генә йәшелсә-емеш һәм еләк үҫмәйҙер? Бына әле төрлө сортлы алма, ҡарағат, муйыл һәм башҡа декоратив ҡыуаҡтар шау сәскәгә күмелеп, хуш еҫ бөркөп ултыра. Уңған хужабикәнең түтәлдәрендә баҡса еләгенең дә төрлө сорттары тейешле тәрбиә алыуҙан кинәнеп үҫеп ултыра. Тәфҡиә апай гөл-сәскәләрен дә күптән тышҡа түтәлдәргә айырып ултыртҡан.
Ғилуановтар йыл да күпләп ҡош-ҡорт аҫрарға күнеккән. Быйыл да ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ себештәре алғандар. Ихатала себештәрен эйәрткән көртөйҙәр ҙә көртләп, йәм биреп йөрөй.
Кешеләргә ихлас, ярҙамсыл, иғтибарлы булғандары өсөн үҙҙәрен дә барыһы ла ихтирам итә.
— Күршеләребеҙҙән шул тиклем уңдыҡ. Тәфҡиә апай менән Фирзәт ағайҙарға ҡасан инһәң дә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтәләр. Улар һәр саҡ нимәлер эшләй, йүгерә, әҙерләй. Бына әле яҙғы баҡса эштәрен дә беренселәрҙән булып башҡарып та ҡуйҙылар. Иҫ киткес уңған, йүнсел улар. Һәр саҡ ярҙам итәләр. Кәрәк саҡта балаларҙы ла уларға ҡалдырып торабыҙ. Йорт-еребеҙгә лә күҙ-ҡолаҡ булып торалар, — тип Ғилуановтарҙы маҡтап ҡылыҡһырланы ҡаршы йортта ғына йәшәүсе Инзилә Рауфан ҡыҙы.

Үҙҙәре изге күңелле, эскерһеҙ булғаны өсөн дә Хоҙай, моғайын, уларҙы хәстәрле, көткән донъяларын ҡотло иткәндер. Баҡсала мул итеп емеш-еләк үҫтер­һәләр, һарай тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар. Ҡош-ҡортоноң ғына ла иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Ә бит быларҙың барыһы ла – тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек көндәлек мәшәҡәт, көндәлек эш. Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул!
Тәфҡиә Ишмөхәмәт ҡыҙы менән Фирзәт Миңлеәхмәт улы бөгөн дүрт ейән-ейәнсәренә яратҡан өләсәй менән хәстәрлекле олатай. Балаларының йәйгелеккә ҡайтыуҙарын һый-хөрмәтен әҙерләп, һағынып көтөп ала.
Шулай, бәхеткә ынтылып йәшәгән Ғилуановтар үҙ яҙмышын үҙҙәре төҙөп, етеш тормошта йәшәй. Һәр тыуған көнгә ҡыуанып, булғанына шөкөр итеп көн итеүе ошоға асыҡ миҫал.
Наилә Имаева.

Читайте нас: