Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
15 Май 2020, 17:15

Һәр яҡлап булдыҡлы улар

Тырыш, татыу, һәләтле ғаиләләр ауылдарыбыҙҙың мәртәбәһен күтәрә һәм йәш быуынға өлгө булып тора. Солтанай ауылында ғүмер итеүсе Фидания һәм Рауил Шәйхетдиновтарҙы ла районыбыҙҙа йыр-моң һөйөүсе, уңған, ярҙамсыл пар булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр.

Шәйхетдиновтар ғаиләһе районыбыҙҙың сәнғәт һөйөүселәренә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә яҡшы таныш. Үткәрелгән мәҙәни сараларҙан, байрамдарҙан ситтә ҡалмай улар. Икеһенең дә тауышы моңло, матур. Рауил ағай виртуоз гармунсы ла. Районда ғына түгел, төбәк, республика бәйгеләрендә лә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Йыр-моңға ғашиҡ ғаиләне төрлө ғаилә байрамдарын, юбилейҙарҙы үткәрергә лә саҡыралар. Нисәмә туйҙы үҙҙәренең моңло йырҙары менән биҙәгәнде улар аныҡ ҡына әйтә лә алмай.
Шәйхетдиновтарҙың ғаилә ҡороуына март айында 31 йыл булған. Башта биш йыллап Асҡында йәшәйҙәр. 1994 йылдың көҙөндә, яңы өй төҙөп сығып, Рауил ағайҙың тыуған ауылы Солтанайға күсенеп ҡайталар. Фидания Хәлимулла ҡыҙы үҙе Үршиҙе ауылынан. Һөнәре буйынса — шәфҡәт туташы. Асҡын үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә 27 йыл эшләгән. Әлеге ваҡытта Солтанай ауыл мәҙәниәт йортода мәҙәни сараларҙы ойоштороусы булып эшләй. Ауылдың әүҙем, йыр-бейеүгә һәләтле гүзәл заттарын берләштереп, байрамдарға матур концерттар, спектаклдәр ҡуялар, конкурстарҙа ҡатнашалар. Ә һәр сараны музыкаль яҡтан Рауил Мәүлимйән улы биҙәй. Ул һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе, электрик. Оҙаҡ йылдар нефть тармағында эшләгән. Әлеге ваҡытта “12-се октябрь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Солтанай ауылы эргәһендә төҙөлгән малсылыҡ комплексында бригадир вазифаһын башҡара.
Шәйхетдиновтарҙың балалары ла үҙҙәре кеүек һәләтле, тырыш, маҡсатсан. Олоһо — ҡыҙҙары Эльвина финанс-иҡтисад техникумын тамамлаған, Өфөлә төҙөлөш компанияһында эшләй. Айнур БДУ-ның Бөрө филиалында филология факультетында уҡыған. Бына ике йыл Чернушка ҡалаһында край политехник колледжында уҡыусыларға инглиз теленән белем бирә. Эльвина ла, Айнур ҙа ата-әсәһе кеүек моңға ғашиҡ, матур йырлайҙар. Байрамдарға ҡайтҡанда концерттарҙа ҡатнашалар. Шәйхетдиновтарҙың кесе улы Айбулат Чернушка край политехник колледжының нефть факультетында уҡый, 2-се курсты тамамлай.
Был тырыш ғаилә аҙбар тултырып мал ҡарай, ҡош-ҡорт үрсетә. Уңған хужабикә өй тирәһен дә гөл итеп тота, аш-һыуға оҫта. Ауылдаштарына ла бик ярҙамсылдар. Рауил ағай техниканы “биш бармағы кеүек” белә, иретеп йәбештереү, электр үткәреү, гармун төҙәтеү кеүек хеҙмәттәрҙе башҡара.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: