Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
29 Ғинуар 2020, 18:10

Ижад ижад менән, әммә баланы ла ҡарарға кәрәк...

#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары

Баланан да ҡәҙерлерәк, мөһимерәк кеше бармы донъяла? Уның өсөн күңел йылыһы ла, матди сығымдар ҙа йәл түгел: имен-аман үҫһен, уңыштары менән шатландырһын ғына. Һәр ата-әсә ошолай уйлай кеүек... Әммә ҡайһы саҡта икенсе төрлө фекерләгәндәр ҙә осрап ҡуя.
Республиканың Суд приставтары хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфөлә ата-әсәлек вазифаһын тейешенсә үтәмәгән 48 йәшлек ирҙән мәжбүри рәүештә бурысын түләткәндәр.
Баҡһаң, ижад менән шөғөлләнгән, режиссер һәм музыкант тигән даны булған атай 2009 йылда тыуған улының тормошонда бер нисек тә ҡатнашмай һәм матди яҡтан ярҙам күрһәтмәй икән. Суд ҡарары буйынса уға даими рәүештә алимент буйынса бурысы хаҡында ҡағыҙҙар килеп торған, әммә атай бер нисек тә проблеманы хәл итергә һәм атайлыҡ бурысын атҡарырға йыйынмаған.
Шуныһы – ирҙең бер ниндәй ҙә мөлкәте юҡ, рәсми урында эшләмәй. Әммә уның ижад кешеһе булараҡ, хеҙмәт күрһәтеүе һәм рәсми булмаған килем алыуы асыҡланған. Суд, ошолар мәғлүм булғас, уға сит илгә сығыуҙы тыйған һәм мәжбүри эштәрҙе яза итеп биргән. Әммә атай йораты һаман да бурысын түләргә уйламаған да. Ошонан һуң иргә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хәлде аңлатыу өсөн ирҙе сираттағы эш урынынан – телеканалдарҙың береһендә программа төшөргән ваҡытта суд приставтары алып киткән. Ниһәйәт, суд приставтарының эшмәкәрлеге арҡаһында атайҙа намыҫ тойғоһо уянған – ул балаһына 133 мең һум бурысын түләгән.
Бурысының бер өлөшөн түләү ирҙе енәйәт яуаплылығынан ҡотҡармай, уның әле балаһы иҫәбенә 600 мең һумдан ашыу аҡса күсерәһе бар. Бала алдындағы ошо бурысы үтәлмәһә, ирҙең тимер рәшәткә артына оҙатылыуы бар.
Фото: an-crimea.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: