Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
23 Ғинуар 2020, 17:51

Йәш ғаиләнең биш шатлығы

Сәрүәртдиновтар дәүләт ярҙамын һәм хәстәрен тойоп йәшәй#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары

Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһенең төп идеялары тормошҡа ашырылыуына аныҡ миҫал булып тора был ғаилә.
Светлана һәм Динар Сәрүәртдиновтар биш балаға ғүмер биргән. Сабыйҙарының бала сағы бәхетле булһын өсөн хәстәрлекле ата-әсә өйҙә барлыҡ уңайлыҡтар ҙа тыуҙырған. Светлана менән Динарҙың да, улдары-ҡыҙҙарының да йөҙҙәрендә нур балҡый, өйҙөң һәр бүлмәһенән шатлыҡ бөркөлә һымаҡ.
Шаян һүҙле, үткер фекерле, уңған, оҫта ҡуллы ғаилә башлығы: “Беҙ бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелеп ултырғаныбыҙ юҡ, зарлана белмәйбеҙ. Тормошобоҙҙан ҡәнәғәтбеҙ!” — ти. Ир менән ҡатындың татыулығы етеш донъяларынан күренә: мөхәббәтле күңелдәрендә тыуған уртаҡ маҡсаттарын берҙәм булып, үҙ ҡулдары менән ысынға ашыра улар. Динар Ғәденәүи улы “Луч” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһына бухгалтер булып урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта оператор булараҡ, һыйыр һауыу машиналарының төҙөклөгөн, өҙлөкһөҙ эшләүен дә тәьмин итә. Уның эш көнө таңдан, иртәнге сәғәт биштән башлана, киске һауымдан туғыҙ тулғанда ғына ҡайта. Уның ҡарауы, көндөҙҙәрен йортонда эшләргә ваҡыты була. Күп балалы ғаилә "Әсәлек капиталы" һәм дәүләт тарафынан “Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” программаһы буйынса бирелгән субсидия ярҙамын ҡулланып, Иҫке Балтас ауылында өй төҙөү менән мәшғүл. Яңы өйҙәренә газ үткәреү өсөн дә дәүләт ярҙамы сертификатына эйә Сәрүәртдиновтар. Сертификаттың аҡсаһы алдағы ике йыл эсендә күп балалы ғаилә иҫәбенә күсереләсәк. Һөйөнөслө мәшәҡәттәр ҙур сығымдар талап итһә лә, әлеге ваҡытта йәшәгән өйҙәрен әкиәттәге серле һандыҡ кеүек йыйнаҡ һәм уңайлы итеү хәстәрен күргәндәр. Йоҡо, бала, аш-һыу бүлмәләре уңайлы итеп эшләнгән, йыһазландырылған. Балаларға лайыҡлы тәрбиә бирергә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Светлана Данис ҡыҙы тейешле пособиеларҙың барыһын да айын-айына алып бара. 2020 йылда ул “Әсәлек даны” миҙалына эйә буласаҡ, бының өсөн ауыл биләмәһенән юллама бирелгән, документтар йыйылған. Һөнәре буйынса товаровед ул, ләкин әлеге көндә бар булмышын ғаиләһенә, балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. 2006, 2007 йылдарҙа тыуған Данила һәм Денис мәктәптә уҡый. “Өлкән улым күберәк аҙбарҙағы эштәрҙә булыша, ә Денис һеңлеләрен ҡараша”, — ти атай кеше. 2014, 2015, 2017 йылдарҙа тыуған Самина, Замина һәм Дианаға ағайҙарының иғтибары бик кәрәк. Көндөҙ улар “Ләйсән” балалар баҡсаһында тәрбиәләнә, ә кистәрен ғаиләләге өлкәндәр наҙына мохтаж. Шуныһы ҡыҙыҡлы, райондың төрлө ауылдарында тыуып, төрлө ҡалаларҙа үҫеп, уҡып ҡайтһа ла бер үк товаровед-юрист һөнәренә эйә Светлана һәм Динар Балтаста табышҡан, 2006 йылда ғаилә ҡоралар. Донъяның һәр миҙгеленән йәм табып, уртаҡ мөхәббәт емештәрен ҡәҙерләп тәрбиәләп, уларҙың бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртып, үҙ тырышлыҡтары, үткерлектәре менән, ситтән бәхет эҙләмәй, ауыл ерендә бер тигән итеп йәшәй Сәрүәртдиновтар. Афарин, йәштәр!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Ғәзим Талипов фотоһы.
Читайте нас: