Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
22 Ноябрь 2019, 16:46

Оло йөрәкле, киң күңелле әсә

Иҫке Балтас ауылының “Көньяҡ” микрорайонында йәшәгән Зилә менән Айрат Кашаповтарҙың балҡып торған яңы ҙур өйө, ҡаралты-ҡуралары урамды йәмләп ултыра. Йәй көндәрендә өй алды, йорт тирәһе аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп, күңелдәргә нур һибә, ә ҡышын ҡарҙы көрәп, хатта һепереп үк ҡуялар. Бирелә бар нәмә лә үҙ урынында, бар ерҙә лә тәртип, сөнки бында уңған, булдыҡлы кешеләр йәшәй.

...Тормош арбаһы гел генә тигеҙ юлдан тәгәрәмәй шул. Ҡапыл килеп сыҡҡан боролоштар әҙәм балаһының ныҡлығын һынай. Шишмә ауылында матур ғына донъя көтөп, балалар үҫтергән йәш ғаилә — Айрат менән Илүзәнең бына-бына шатлыҡ-мәшәҡәттәре артасаҡ. Айнур, Инзилә һәм Илнар янына әсәләре бәләкәй генә ҡыҙ алып ҡайтасаҡ! Өй эсе ҡыуанысҡа туласаҡ! Әммә көткән өмөттәр “һә” тигәнсе селпәрәмә килде. Ололар белеп әйткән икән, шатлыҡ менән ҡайғы етәкләшеп йөрөй, тип. Бала табыу йортонан бәхетле миҙгелдәр кисереп ҡайтҡан әсәне ҡайғы икенсе көндө үк һағалап тороп, ҡара япма менән ҡаплап ала...

Ғаиләне, бар ауыл халҡын тетрәткән ауыр юғалтыуҙы әсәһе күҙҙәренә бер тултырып бағырға ла өлгөрмәгән һигеҙ көнлөк сабый ғына аңлай алмай. Ярай әле, аңламай, юғиһә...

Башты ташҡа бәреп, баҡыйлыҡҡа күскән хәләлен терелтеп булмай шул. Яҙмышҡа буйһоноп, алдағы аяҙ көндәргә өмөт итеп, сабыйҙар хаҡына йәшәргә кәрәк.

Был хәҡиҡәтте атай кеше йөрәге менән бик яҡшы аңлаһа ла, аҡылы ҡабул итмәй. Нисек итһен ти. Дүрт етем бала... Әйтеүҙәре лә хатта бәғерҙе телгеләй. “Миңә ҡатын табылыр ул, әммә ғәзиздәремде үҙ ҡосағына, үҙ ҡанаты аҫтына алып, йән йылыһы, уларҙың күңеленә әсә наҙы бирерлек, үҙ балаһылай ҡабул итерлек кеше табылырмы һуң?” — тигән уй бер туҡтауһыҙ Айраттың мейеһен быраулай. Хоҙай Тәғәлә үҙ ҡуйынына алған әсә урынына сабыйҙарға әсәйҙәренә оҡшаған икенсе ҡатын-ҡыҙҙы бирергә тейештер бит инде. Сабыр ғына көтөргә кәрәк. Уйлап эш итеү ҙә бик мөһим. Өйләнеү — ул күлдәк алмаштырыу түгел бит, Алла бирһә, балаларымды тиң күрерҙәй, әсә булырға әҙер кеше осрар, тип теләй Айрат.

Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигән бик дөрөҫ әйтем бар. Һис көтмәгәндә-уйламағанда осратты Айрат Зилә Мөхәмәтзыя ҡыҙын. Улар бер-береһе өсөн бик тә кәрәк-терәк икәнлеген күҙгә-күҙ ҡарауҙан уҡ аңланы. Зиләне лә яҙмыш һынап өлгөргән. Ул да яңғыҙ ҡанат ҡағып, улы Динирҙы тәрбиәләй икән. Зиләнең был ҡыйыу аҙымына икеләнеп ҡараусылар ҙа булманы түгел, булды. “Зилә, яңылышмайһыңмы, бер бала ғына түгел бит, дүртәү, ашыҡмаһаң нисек булыр?” — тигән һүҙҙәрҙе лә ете ҡабат теҙеп, ете ҡат һүтте ул. “Балаларға етерлек йөрәгемдә урын, йылылыҡ, наҙ бар, Аллаға шөкөр”, — тип, Айраттың тәҡдименә риза булды. Яңы әсәне өйҙә ҙурыһы 15 йәш, ә кесеһе Алина һигеҙ айлыҡ сабый булып ҡаршы алды. Мөләйем йөҙлө, йылы ҡарашлы, сибәр Зиләне балалар тиҙ арала үҙ итеп, әсәй тип беренсе көндән үк өндәшә башланы. Дүрт йәшлек Динирҙы ла алып килгәс, ғаилә бөтөнләй ҙурайып, тағы ла татыуланып, дуҫ-туған булып йәшәп алып киттеләр. Айнур ағайҙарына тыңлашып, бер-береһенә ярҙамлашып үҫтеләр. Әйтерһең, ике ярты икмәк бергә ҡушылған түгел, ә мейестә бер бөтөн булып бешкән.

Кес кенә ауылда эш тә, мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла булмағас, ғаилә район үҙәге Иҫке Балтас ауылынан ер участкаһы алып, ҡаҙыҡһыҙ ергә ҡаҙыҡ ҡаға. Заманса ҙур өй, ҡаралты-ҡуралар төҙөйҙәр. Тырыштың көнө көн шул: Айрат та, Зилә лә уңғандар, булһын тип тырышалар. Ғаилә ишле булғас, бары ла кәрәк. Һатып алып ҡына еткереп булмай. Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап, эш тип өтөлөп тора. Һуғымға йыл да быҙау-башмаҡ үҫтерәләр, ҡаҙ-өйрәктәр, тауыҡ ҡарайҙар. Тир түгеп, көс һалып үҫтергән ите лә, йәшелсә-емеше лә бик тәмле булғанын кесе Кашаповтар бик яҡшы аңлай.

Яңы йортто ҡотлап, нигеҙгә ҡот, тағы ла күңелле мәшәҡәттәр, һөйөнөс өҫтәп Илназ тыуғас, ғаиләнең бәхете бөтөнләй түңәрәкләнеп китә.

Әйтергә кәрәк, Кашаповтар тормош ҡуйған ҡыйынлыҡ-кәртәләрҙе үҙ-ара аңлашып, оло ышаныс һәм мөхәббәт нигеҙендә еңеп йәшәүҙәре менән күркәм дә, өлгөлө лә. Ир — баш, ҡатын — муйын, тиҙәр. Муйын боролмай ҡатып ҡалһа, баш нимә эшләй ала һуң? Татыу йәшәүҙең сере бит тормош усағын һаҡлаусы, яҡлаусы, күңелдәргә наҙ, киләсәккә өмөт уятыусы әсә — Зиләлә. Ул аҡыллы, сабыр, тыйнаҡ. Һәр балаға илаһи наҙын өләшә алыуы һәм бала йөрәгенә юл һалып осор ҡанаттарына ныҡлы терәк, оло йәнле, йомарт әсә булыуы менән ҙур ихтирамға, һоҡланыуға лайыҡ.

Әлеге көндә Айрат — “Росгвардия” бүлегендә, ә Зилә үҙәк район китапханаһында эшләй. Оло улдары Айнурҙың үҙ ғаиләһе бар, Инзилә Өфөлә эшләй, Динир — VII, Илнар — V, Алина III класта уҡый, кесе улдары Илназ “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына йөрөй.

Әйтергә кәрәк, Зилә Кашапова һөнәри өлкәлә лә үҙ урынын тапҡан кеше. Еләҙекүл ауыл китапханаһында мөдир, унан үҙәк китапханала библиограф булып 10 йылдан артыҡ тырышып эшләне. Силәбе дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. “Мәҙәниәт тормошонда, йәмәғәт эшендә бик әүҙем Зиләбеҙ. Ниндәй генә яңы сара үткәрмәйек, шулай уҡ мәғлүмәт йыйырғамы, күргәҙмәләр ойошторорғамы — эшһөйәр, тәрән белемле, сабыр холоҡло, асыҡ йөҙлө Зилә Кашапова талап ителгәнде теүәл башҡара. Ул сараларҙы алып барыусы ла, яңы идеялар биреүсе лә, беҙгә, уның менән бергә эшләүселәргә, ауыр саҡта таяныс та. Ғаиләлә балаларына ҡарата ғына түгел, тормошҡа ҡарата ла оло йөрәкле ул”, — ти уның тураһында хеҙмәттәштәре.

Ауылдарыбыҙҙы бына шундай татыу, тырыш, булдыҡлы ғаиләләр йәмләй, йәшәтә. Кашаповтар кеүек тәртипле, аҡыллы, йәшәү мәғәнәһен аңлаған ғаиләләр күберәк булһа, донъябыҙ тағы ла яҡшыраҡ яҡҡа үҙгәрер ине, минеңсә.
Фирүзә Сираева.

Иҫке Балтас ауылы.
Читайте нас: