Мари егете менән татар ҡыҙы ҡорған ғаиләлә беренсе урында бер-береңә хөрмәт, ышаныс тора. Ғаилә башлығы Володя Дмитриев Сурай ауыл Советы буйынса участковый, ә тормош иптәше Зинфира мари гимназияһында башҡорт теле дәрестәрен алып бара.
Балтас ҡыҙы Зинфира буласаҡ тормош иптәшен Бөрө дәүләт социаль-педагогик академияһында уҡыған саҡта осрата. Ике йыл осрашып йөрөгәндән һуң бишенсе курстың май айында өйләнешә улар. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған татыу ғаиләлә бөгөн береһенән-береһе һылыу өс ҡыҙ Карина, Аделина, Зарина үҫә.
Ғүмерлек йәрем итеп башҡа милләт егетен һайлағас, ата-әсәйем ҡаршы килер, ҡабул итмәҫ, тип ҡурҡтым. Ләкин ҡурҡыуҙарым тиккә булған. Володя хәҙер иң яратҡан, улдары урынына күргән кейәүҙәре. Иптәшем дә “Әткәй, әнкәй” тип улар өсөн өҙөлөп тора. Эшебеҙ ни тиклем генә ауыр булмаһын, бер-беребеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп, килешеп йәшәйбеҙ. Киске сәйҙәрҙе көтөп, ашҡынып ҡайтабыҙ. Бергә ултырып сәй эсеү, яңылыҡтарыбыҙ менән бүлешеү – матур йолаға әйләнде. Йәй көндәрендә тәбиғәттә ял итергә бик яратабыҙ. Баҡса үҫтерәбеҙ, ҡыҙҙарым менән сәскә-гөлдәр тәрбиәләйбеҙ, — ти Зинфира Зәниф ҡыҙы.
Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен, ғаилә йолаларын һаҡлап, бер ниндәй ҡаршылыҡтарға бирешмәй матур донъя көткән Дмитриевтар ғаиләһе Сурай ауылының бер йәме.