Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
11 Ноябрь 2019, 14:50

Бәхет нигеҙе — татыулыҡта

Мишкә районында төрлө милләт вәкилдәре дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәй, ҡатнаш ғаиләләр ҙә күп.

Мишкә ауылында тыуып үҫкән Алексей һәм Лилиә 2010 йылда ғаилә ҡора. Мари милләтенән булған Алексей тормош иптәше итеп татар ҡыҙы Лилиәне һайлай. Никах уҡытып, ике яҡтың да йолаларын теүәл башҡарып, ғаилә тормошон башлап ебәрәләр.
Лилиә Нәфисә һәм Рәдис Хәсәновтар ғаиләһендә ике ағаһы араһында наҙлы ҡыҙ булып үҫә. Алексей — Алевтина һәм Володя Ивановтар ғаиләһендә икенсе бала. Үҫеп буй еткәс, йәштәр танышып, дуҫлаша башлай. Дуҫлыҡтары мөхәббәткә, аҙаҡ иhә татыу ғаиләгә әйләнә. Ҡыҙҙары Алина һәм улдары Альбертҡа ғүмер бүләк итәләр. Бөгөн ғаилә баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәй. Ике яҡты ла тигеҙ күреп, ғаилә һәм милли байрамдарға бергә йөрөйҙәр.
Лилиә — Өфө ҡала дауаханаларының береһендә кадрҙар буйынса белгес. Тормош иптәше — төҙөүсе. Йәмле йәй көндәрендә тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙе хуп күрәләр. Алексей бәшмәк йыйырға, балыҡ тоторға ярата. Кескәй улдары ла атаһына эйәреп балыҡҡа йөрөй. Икенсе класта уҡыған Алина әсәһенә аш-һыу бүлмәһендә алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Барына шөкөр итеп, балаларының уңыштарына шатланып, ҡәҙимге татыу тормош менән йәшәй улар.
Лилиә ХӘСӘНОВА
Читайте нас: