Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
24 Октябрь 2019, 11:54

"Бер ҡыҫып һөйөү ҙә етә – күңелдәрендә ҡанат үҫә”

Гөлнара һәм Филүс Шәймөхәмәтовтар Балтас районының Иҫке Балтас ауылында йәшәй. Сит балалар булмай – ошо ябай, әммә бөйөк хәҡиҡәткә инанған, йөрәк йылыһын йәлләмәй бүлешкән, балалар хаҡына йәшәгән, беҙҙең һәммәбеҙгә өлгө булған кешеләр улар.

Шәймөхәмәтовтар үҙҙәренең дүрт балаһы янына тағы ла әсә наҙына, атай хәстәренә мохтаж ете баланы алып, донъяны яҡтыраҡ иткән. Хәҙер улар – тәжрибәле опекундар: үҙҙәрен был оло яуаплылыҡ талап иткән ғәмәлгә 2005 йылдан алып бағышлағандар.


“Балалар бит – төрлө мәлдәр була. Ауыр саҡтары ла, күңелле ваҡыттары ла. Яратыу кәрәк: улар – һине, һин уларҙы яратмаһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Балаларым өсөн йәнем өҙөлөрҙәй, сөнки улар шул тиклем ихлас, эскерһеҙ, ябай. Ҡайһы саҡта арҡаларынан бер ҡыҫып һөйөү ҙә етә – күңелдәрендә ҡанат үҫә”, – Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы.


Күп балалы әсә булыуына ҡарамаҫтан, ул эшләргә лә ваҡыт таба. Вазифаһы ла ябайҙан түгел – район мәҙәниәт йортона етәкселек итә. Ижади булмышлы шәхестәрҙән: шиғыр-хикәйәләре республика һәм район матбуғатында даими баҫылып килә. Ҡыҫҡаһы, ярһыу йөрәкле, кешеләрҙән Гөлнара ханым. Тормош иптәше Филүс Әхнәф улы һөнәре буйынса – инженер, оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләгән. Ул – ҙур ғаиләнең төп терәге һәм таянысы.


Шәймөхәмәтовтар Республика опекундар (попечителдәр), тәрбиәгә бала алыусы һәм патронат ғаиләләр конкурсында ҡатнаша. Бындай бәйге һәр ғаиләгә ышаныс өҫтәй, дәртләндерә, күңелде үҫтерә, ти улар. Ә инде хәстәргә һәм яҡлауға мохтаж балаларҙы ғаилә түңәрәгенә алып, бәхетле итергә ниәтләгәндәргә шикләнмәҫкә, ҡыйыуыраҡ булырға кәңәш итә һәм баланы тәрбиәгә алыу ғүмерлек оло яуаплылыҡ икәнлеген дә аңларға кәрәк, тип белдерә Балтастың өлгөлө ғаиләһе.

Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Читайте нас: