Ғаилә парҙарын район хакимиәте башлығы урынбаҫары Риваль Сәлимов, Асҡын ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәзиф Махатов, ауыл ветерандар советы рәйесе Йәрис Зәйдуллин, юбилярҙарҙың балалары , туғандары, дуҫтары, ауылдаштары тәбрикләне. Сығыштар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.