Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
30 Июль 2019, 18:10

Һөйөү булған ерҙә бәхет бар

Бөрөнән Усмановтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Бөрө татыу, йәштәргә өлгө булырҙай күркәм ғаиләләре булыуы менән мәртәбәле. Нәҡ шундай ғаиләләрҙең береһе — Рәсүлә һәм Салауат Усмановтар.

Рәсүлә Тимерйән ҡыҙы менән Салауат Мөдәрис улы ярты быуатҡа яҡын иңгә-иң терәп татыу ғүмер кисерә. «Беренсе курста уҡығанда Рәсүләнең эргәһенә барып ултырҙым да бишенсе курсты тамамлағансы эргәмдән ебәрмәнем”, — ти Салауат Мөдәрис улы.

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Усмановтар Саҡмағош районына уҡытыусы булып ҡайтырға хәл итә. Унда йәш белгестәргә мәктәп эргәһенән фатир ҙа бирмәксе булалар. Ләкин атаһы, был турала белгәс, тос ҡына хат яҙып ебәрә. Улын ул фән менән шөғөлләнеүҙе ташламаҫҡа өгөтләй, ышандыра һәм хаҡ булып сыға. Бына шулай ябай ассистенттан Салауат Мөдәрис улы физика-математика фәндәре докторы, профессор дәрәжәһенә күтәрелә. Сирек быуат инде төньяҡ-көнбайыш райондары уҡыусылары өсөн төп белем усағы булып торған юғары уҡыу йортон етәкләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн БР халыҡ мәғарифының һәм РФ юғары уҡыу йорттарының “атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған. Уның фәнни тикшеренеү даирәһе – полимерҙар физикаһы һәм химияһы, химик физика өлкәләре. Салауат Мөдәрис улы авторлығында 20 китап һәм 300-ҙән ашыу мәҡәлә баҫылып сыҡҡан.

“Ҡатыным Рәсүлә Тимерйән ҡыҙының ярҙамынан башҡа быларҙың береһе лә минең тормошомда булмаҫ ине. Ул – минең һаҡлаусы фәрештәм”, – ти Салауат Мөдәрис улы. Тормош иптәшенең карьераһы өсөн Рәсүлә Тимерйән ҡыҙы үҙенең фәнни эшен дауам итеүҙән баш тарта. Уның да аспирантура тамамларға, фән юлынан китергә мөмкинлеге була, ләкин өй йылыһын булдырыуҙы, тәрбиәле балалар үҫтереүҙе, тәртип һәм таҙалыҡты һаҡлауҙы ул беренсе урынға ҡуя.

Әлбиттә, Рәсүлә Тимерйән ҡыҙы өйҙә ултырыуҙы ғына бурыс итеп ҡуймай. Хаҡлы ялға тиклем уҡыусыларҙы математика серҙәренә төшөндөрә, байтаҡ йылдар ҡаланың 5-се мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй. Талымһыҙ хеҙмәте өсөн ул “Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы” исеменә лайыҡ була. Рәсүлә Тимерйән ҡыҙы, шулай итеп, алдынғы уҡытыусы, тоғро һәм мөләйем ҡатын, хәстәрлекле әсә ролен бер юлы уңышлы алып бара.

Рәсүлә һәм Салауат Усмановтар икеһе лә уҡытыусылар ғаиләһенән. Фән юлын һайлаған улдары иһә педагогтар династияһының дүртенсе быуынын дауам итә. Уларҙың балаларының күңелле тауышы бәхетле өләсәй-олатайҙың йортон йәмләй.

“Фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегем – тормошомдағы иң мөһим эшем. Фән менән шөғөлләнеү миңә әйтеп бөтөргөһөҙ ҡәнәғәтлек бүләк итә. Мин был гармония менән бәхетлемен. Әгәр ҙә йәшлегемә әйләнеп ҡайтырға мөмкин булһа, үҙемдең бер ҡарарымды ла үҙгәртмәйенсә, тағы ла ошо юлымды ҡабатлар инем. Шулай ҙа тормошомда тағы ла мөһимерәк урынды минең ғаиләм алып тора», — ти Салауат Мөдәрис улы. Бәхетле ғаиләнең татыу йәшәү сере — бер-береңде аңлай һәм хөрмәтләй белеү.
Читайте нас: