Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
17 Июль 2019, 13:33

Илһөйәрҙәр тыуған ерҙә оя ҡора

Көндәшле ауылында йәшәүсе Инзилә һәм Марат Ғарифуллиндар, күп балалы ғаилә булараҡ, тыуған райондарында ер алып өй һала. Күптән түгел уларға өй төҙөү өсөн “Ауыл территорияларын үҫтереү” маҡсатлы программаһы буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтелде.

“Дәүләт ярҙамы бер миллион 260 мең һумға тиң. Өй һала өсөн бик ҙур ярҙам булды. Хөкүмәткә, район хакимиәтенә бик рәхмәтлебеҙ”, — ти Инзилә Фирдүс ҡыҙы.

Инзилә һәм Марат Ғарифуллиндар өс балаға ғүмер биргән. Марсель, Илназ һәм Диләрәне уңған ата-әсә эшкә өйрәтеп, үҙҙәренең өлгөһөндә тырыш итеп тәрбиәләй. Инзилә Фирдүс ҡыҙы 2010 йылдан башлап “Айгөл” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Тормош иптәше Марат Нурислам улы 2008 йылдан алып ошо ерҙә эшсәнлек алып барған “Мотор” йәмғиәтендә механизатор булып эшләй. Ғарифуллиндар ҡауышҡас та бәхеттәрен ҡала ерендә һынап ҡарарға булған. Әммә Нефтекамала оҙаҡ ҡына йәшәгәс, балалары тыуғас, тыуған ауылдарына әйләнеп ҡайтып, икеһе лә эшкә урынлашҡан. “Бөгөн эшең булыу — ҙур бәхет. Эшләп тапҡан аҡсаны ғаиләгә һалыу — оло ҡыуаныс бит ул. Ошо ике мөһим шарт үтәлһә, ауылдар ҙа, ғаиләләр ҙә һаҡланыр ине”, — тине Инзилә Фирдүс ҡыҙы күптән түгел район Мәҙәниәт һарайында үткән “Ғаилә йылыһы” тигән байрамда. Был сарала ауылдар тотҡаһы булған, өйҙәр тергеҙеп, балалар үҫтереп, тыуған ерҙәрендә бәхеттәрен тапҡан ғаилә парҙары осрашып, фекер алышты. Һәр береһе Ғарифуллиндар кеүек үк изге теләктәрен еткерҙе: “Ике кеше пар булһа, бер маҡсатта йәшәһә, эш урындары булһа, насар уйҙарға, эштәргә ваҡыт ҡалмай, ғаиләлә низағ ҡупмай. Ауылда ла бер тигән итеп, матур тормош ҡороп йәшәп була!”

Киләсәктә бәхетле өй туйы көтһөн һеҙҙе, Ғарифуллиндар! Һеҙ был шатлыҡҡа лайыҡ!


Ғәзим Талипов фотоһы.
Читайте нас: