Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
12 Июль 2019, 17:59

Бәхеттәренә күҙ теймәһен

Миңләхмәтовтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды

Яңы Таҙларҙа ауылға иман нуры сәсеп тороусы мәсет янында бик матур итеп тышланған, ҡаршыһында шаулап алмағастары үҫеп ултырған, тәҙрә төптәрендә сәскәләре атып торған гөлдәре булған, ҙур ҡапҡалы ябай йорт бар. Унда Миңләхмәтовтар ғаиләһе йәшәй. Уларға быйыл “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылғанға күрә, мин килеп ингәндә, улар БСТ каналынан хәбәрселәр килеүен көтә ине. Тулҡынланыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан.

– Ярай әле килдегеҙ, бер төрлө тынысланып киткәндәй булдыҡ, — тине Гөлфинә апай минең менән күрешкәндә.

Мин дә бит шул телевидениелағы хеҙмәттәштәрем йомошо менән йөрөйөм. Уларҙың тулҡынланыуы миңә лә күскәндәй булды. Һүҙемде башлар өсөн апай менән ағайға ҡарайым. Шамил ағай башына түбәтәйен кейеп ҡуйған, Гөлфинә апай мосолманса итеп яулыҡтарын бәйләгән. Үҙҙәре (күҙҙәр генә теймәһен!) матурҙар, һөйкөмлөләр, йөҙҙәренән нур бөркөлә. Яндарында ике ейән — Илһам менән Илназ бөтөрөлә, аҙ ғына ситтәрәк улдары Ҡадир һәм килендәре Гүзәлиә ултыра. Бәхетле ғаилә, тигән уй башымдан йүгереп үтте.

Шамил Әхнәф улы ошо ауылдан. Яҙмыш ҡушыуылыр инде, әсәһенең берҙән-бер ҡәҙерле балаһы булып, атай тәрбиәһен олатаһынан алып үҫә ул. Ирҙәргә генә хас теүәллек, баҫынҡылыҡ сифаттары хас уға. Быларҙы һөйләшмәйенсә лә аңларға була. Һүҙ артынан һүҙ киткәс, уның Яңы Таҙлар мәктәбендә 24 йыл хәрби етәксе булыуын, башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен уҡытҡанын белдем. Ә ғүмерен уҡытыусы һөнәре менән бәйләгәнсе уҡыуы буйынса юғары белемле агроном булып колхозда ошо вазифаны башҡарған.

– Теүәллеккә, эште еренә еткереп башҡарырға мин Шамилдән өйрәндем, — ти Гөлфинә апай.

Гөлфинә Ямай ҡыҙы Баҙраҡ урта мәктәбен тамамлағандан башлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡытыусы булып эшләй.

– Беҙ уҡығанда барлыҡ дәрестәр ҙә татар телендә үтә ине. Рус теле дәресен генә русса уҡыныҡ. Ошо фәндән белем биргән уҡытыусы апайға ғүмерем буйына һоҡланып йәшәнем. Уға оҡшарға тырышып, X класты тамамлағас, уҡырға инергә киттем. Әммә конкурстан үтә алманым. Шул ваҡытта директор Тажетдин Баһауетдин улы (һүҙ Советтар Союзы Геройы Т. Ғиләжетдинов тураһында бара) мине туған мәктәбемдә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә алды, — тип хәтирәләрен һөйләп китте ул.

Герой фатихаһы менән башланған эш ыңғай булып сыға. Ситтән тороп рус теле уҡытыусыһына юғары белем ала Гөлфинә апай. Шул ваҡытта Дауытлар һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытырға ебәрелә. Шамил ағай менән шунда танышалар ҙа инде улар. Ҡауышып, донъя көтә башлауҙарына, алла бойорһа, декабрҙә 45 йыл тула.

Тормоштарын тулыландырып, йәшәүҙәренә йәм өҫтәп тыуған сабыйҙары — Булат, Ҡадир һәм Ғәлиә лә ата-әсәһенең яҡшы өлгөһөндә аҡыллы, белемле булып үҫә. Бөгөн һәр береһе үҙҙәре атай-әсәй булып, күркәм ғаилә ҡороп йәшәй. Булат тормош иптәше менән Әмзә ҡасабаһында ғүмер итә, биш бала үҫтерәләр. Төпсөктәре Ғәлиә — Красный Холмда, табип булып эшләй, улы һәм ҡыҙы бар. Ҡадирҙары төп йортта, атай-әсәй нигеҙен һаҡлаусы булып тора. Тормош иптәше Гүзәлиә менән ике малай тәрбиәләйҙәр.

– Килендәрҙән уңдыҡ беҙ, — ти Гөлфинә апай. — Икеһе лә уҡытыусы. Гүзәлиә бөтөнләй үҙем кеүек. Үҙем кеүек кенә түгел, минән яҡшыраҡ та.

Бына исмаһам баһа! Сер түгел, килен-ҡәйнә мәсьәләһе борон-борондан булған бит. Гөлфинә апайҙың был һүҙҙәренә яуап итеп, килене:

– Әсәй үҙе әйбәт ул беҙҙең. Мин эштән ҡайтҡас, берәй төрлө борсолоуҙарым булһа, иң беренсе уға һөйләйем. “Йорт эсендә, ғаиләңдә тыныслыҡ булһын, балам, эштәгеһе үтә ул, тыныслан”, — тип кәңәш бирә. Әйтәләр бит, оло кеше — алтын йоҙаҡ, тип. Атай менән әсәй беҙҙең алтын йоҙаҡтарыбыҙ инде. Балалар олатай-өләсәй тәрбиәһендә үҫә.

Әйткәндәй, Гөлфинә апай үҙе лә Шамил ағайҙың әсәһе менән ете йыл ғүмер иткән.

– Әсәй менән һүҙгә килмәнек. Ғүмере генә ҡыҫҡараҡ булды. Бергә аҙ йәшәнек. Ул булмаһа, мин юғары белем дә алалмаған булыр инем. Аҡыллы, сабыр Шамилде үҫтергәне өсөн генә лә уға мең рәхмәтлемен, — ти ул.

Ошо килен-ҡәйнә мөнәсәбәте уның үҙ килендәре менән аралашыуға ла күскәндер. Үҙе лә күп балалы, өләсәйле ғаиләлә тәрбиәләнгән Гүзәлиә өсөн дә ошо татыу тормош гаилә нигеҙелер. Тәҙрә төптәрендәге шау сәскәлә ултырған гөлдәрҙе кем үҫтерә тип һорағас та, улар икеһе бер яуап бирҙе: “Әсәй! Гүзәлиә!” Ҡабатлап әйтәм, бәхетле ғаилә.

Ауылдағы дини йолаларҙы уҙҙырыу ҙа Шамил ағай менән Гөлфинә апай иңендә. Яҡында ғына торған мәсеттә ейәндәр ҙә гел булғаны күренеп тора. Олатайҙарына оҡшатып түбәтәй ҙә кейеп ҡуйған үҙҙәре. Шамил ағай йома намаҙҙарын, дини байрамдарҙы үткәреүҙән тыш, ауыл зыяраттарын ҡарауҙы, төҙөк тотоуҙы ла башҡара. Гөлфинә апай мәсеттә дини дәрестәр алып бара.

Миңләхмәтовтарҙың татыу тормош көтөүҙәре, уңғанлыҡтары, май сүлмәге тышынан беленә тигәндәй, йорт-ихатанан уҡ күренеп тора. Ҡадирҙың үҙ ҡулдары менән төҙөгән ҙур аҙбарҙа өс һыйыр, быҙауҙар, тауыҡ-себештәр, ҡаҙҙар аҫрала. Баҡсала Гүзәлиәнең уңған ҡулдары менән ултыртылған сәскәләр атып ултыра.

Балаларына уңғанлыҡты, булдыҡлылыҡты, өлкәндәргә ҡарата ихтирамды, кешеләргә ҡарата кешелекле һәм кеселекле булырға кәрәклеген өйрәтеп үҫтергән, үҙ сабыйҙарына ғына түгел, уҡытыусы булып нисә быуын ауыл халҡына ла яҡшы тәрбиә биргән Миңләхмәтовтар, әлбиттә, ихтирамға лайыҡ.

Кешенең күҙ ҡарашына һүҙҙәр һалып уҡып булһа, мин был ғаиләлә йәшәүселәрҙең күҙенән тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ, тыныслыҡ, мөхәббәт һәм ихтирам тигән һүҙҙәрҙе уҡый алыр инем. Ә был һүҙҙәр ғаиләне бәхетле итә торған мәңгелек төшөнсәләр.


Борай районы.
Читайте нас: