Айгөл һәм Владислав Хәйруллиндар өс бала — ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаилә башлығы — Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжы директоры, ә Айгөл Ғәли ҡыҙы район хакимиәтенең финанс идаралығында әйҙәүсе ревизор булып эшләй. Хәйруллиндар спорт ярата, сәләмәт тормош алып бара. Алмаз менән Ильяс ата-әсәһе кеүек бик әүҙем, мәктәптә төрлө сараларҙа ҡатнаша. Байрамда ла улар А. Толстойҙың “Алтын асҡыс” әкиәте геройҙары булып кейенгәйне. Сағыу костюмдарҙы Айгөл Ғәли ҡыҙы үҙе теккән. 8 июль — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда улар “Йондоҙло ғаилә” номинацияһында еңеү яуланы. Афарин!