Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
8 Июль 2019, 19:09

Асҡында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам күңелле үтте

8 июлдә Асҡын ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған “Беҙ бәхетле, сөнки бергәбеҙ!” тигән тәрән йөкмәткеле сара үтте. Байрамға ауылдарҙан райондың спорт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, күмәк бала тәрбиәләгән өлгөлө ғаиләләр саҡырылды. Улар махсус костюмдар тегеп ҡул эштәренән бай күргәҙмәләр, музыкаль күстәнәс тә әҙерләп алып килгән.

Байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, “Ағинәйҙәр ҡоро” район ойошмаһы рәйесе Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалтдинова, ЗАГС бүлегенең әйҙәүсе белгесе Альбина Мәсрүр ҡыҙы сәләмләп, ғаиләләрҙе байрам менән ҡотланы. Сара барышында 25, 30 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе ғаиләләр ҙә тәбрикләнде.

Көнгәк ауылынан Гөлфиә Сәғит ҡыҙы һәм Рафаил Камил улы Сабитовтар Рәсәй Федерацияһының “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды.


Читайте нас: