Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
4 Июль 2019, 18:24

Илзидә һәм Илдус Әхмәҙиевтарҙың ғаиләһе күптәргә өлгө булырлыҡ

Һуңғы һигеҙ йылда Балтас үҙәк район дауаханаһына “Ауыл табибы” программаһы буйынса 18 йәш белгес эшкә ҡайтты. Улар араһында Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлаған табип-терапевт Илзидә Әхмәҙиева ла бар. Ул Илдус Ринат улы менән тыуған ерендә матур ғаилә ҡороп, район тормошона әүҙем ҡушылып йәшәй.


Бәхет өсөн күп кәрәкмәй, тигән ябай ғына хәҡиҡәт нәҡ Әхмәҙиевтар ғаиләһенә тура килгән кеүек. Илдусты яҙмышы 2000 йылда Пермь яҡтарынан Балтас районына алып килә. Ул Нефтекама ҡалаһында нефть колледжында уҡып, үҙе теләгән белгеслеккә эйә була. “Энерго” йәмғиәтендә мастер булып эшләй.

Илзидә иһә тыуған ерҙәрендә берҙәм булып, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып, тырышып эшләп, тыуған халҡының өмөт-ниәттәре менән янып йәшәгән Әҡбәровтар нәҫеленән. Ҡыҙ ошо күркәм өлгөлә тыуған районында йәшәүселәргә кәрәк булып ғүмер итергә, тигән маҡсат ҡуя үҙенә. Ҡулына диплом алып ҡайтып, эшкә урынлаша, әкренләп һөнәри тәжрибә туплай. Мәктәп йылдарынан алып әлегә тиклем райондың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша Илзидә. Атаһы Флүр Фәйзелҡәүи улы менән дуэтта, яңғыҙы, район Мәҙәниәт һарайының Гөлназ Шәрифуллина етәкселегендә “Райхан” вокаль ансамбле составында концерттарҙа, төрлө сараларҙа ҡатнаша.

Әхмәҙиевтар 2015 йылда ғаилә ҡора. Район үҙәгенең “Көнбайыш” микрорайонында бик матур итеп өй һалып керҙеләр. Бөгөн инде мөхәббәт емештәре Аринаға ике йәш тулды.

Иҫке Балтас ауылында Илзидә һәм Илдус Әхмәҙиевтар кеүек йәш, матур ғаиләләр бихисап. Заманса итеп өй тергеҙә, йорт ҡора, бәләкәйҙән балаларының һәләттәрен асырға һәм үҫтерергә ынтылып, һөҙөмтәле эшләп, күңелле итеп йәшәй улар. Ундайҙарға афарин, тиергә генә ҡала!
Читайте нас: