Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
27 Апрель 2019, 11:01

Асҡын районында йәшәүсе Ғәлимовтар төҙөлөштәрен тамамларға дәүләт ярҙамын алды



Күптән түгел торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж туғыҙ йәш ғаилә һәм белгескә “БР ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә сертификат тапшырылды. Бәхетлеләр араһында Асҡын ауылында йәшәүсе Рәмилә һәм Радик Ғәлимовтар ҙа бар.

Асҡын ауылы ҡыҙы Рәмилә менән Ҡашҡа егете Радик бер-береһен яратып өйләнешеп, матур ғаилә ҡорған. Йәштәр Ҡашҡа ауылында, Өфөлә лә, Рәмиләнең ата-әсәһендә район үҙәгендә лә йәшәй. Үҙ мөйөштәрен булдырыу, донъяларын ҡороу теләге менән кредит алып, йорт һала башлайҙар. Хәҙер Асҡын ауылының Ҡояшлы урамында ағастан күтәрелгән ике ҡатлы ҙур йорт ҡалҡып сыҡҡан. Икенсе ҡат тулыһынса балалар өсөн тәғәйенләнгән. Һигеҙ йәшлек Самираға, өс йәшлек Йәсминәгә, бер йәшлек Хәйҙәргә рәхәтләнеп йүгереп уйнар өсөн урын етерлек бында. Экологик яҡтан таҙа материал булһын тип, был ҡаттың стеналары ағас көйө ҡалдырылған. Йыуып алырға ла яйлы, ти Ғәлимовтар. Йылытылған балкондары шау тәҙрәнән генә тора. Ә йорттары Ҡояшлы урамының ҡалҡыу урынында булғанға, балкондан сығаһы ла килмәй. Теҙелеп киткән яңы йорттар... бик матур күренеш!

— Беҙ икебеҙ ҙә күмәк балалы ғаиләнән. Шуға балалар тауышынан шау-гөр килеп торған ҙур йорт уртаҡ хыялыбыҙ ине. Әлбиттә, быны тормошҡа ашырыр өсөн бик тырышырға, нимәнәндер үҙебеҙҙе мәхрүм итергә тура килә. Кредит та алдыҡ. Әсәлек капиталы аҡсаһын да тотондоҡ. Радиктың егәрлелегенә, булдыҡлылығына шатланам. Уның ҡулы алтын, әллә нисә оҫтаны алмаштыра бер үҙе. Бүлмәләрҙе матур итеп бүлде, түшәмде гипсокартон менән биҙәкләп яһаны. Әле төҙөлөш эштәренең осо-ҡырыйы күренмәй, шуға дәүләт ярҙамына ныҡ һөйөндөк. Был хыялыбыҙ тормошҡа ашҡан кеүек урамға газ үткәреүҙе лә һуңлатмаҫтар, моғайын, — ти Рәмилә.
Читайте нас: