Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
18 Февраль 2019, 16:43

Ҡариҙел районында йәшәүсе егәрле, татыу Хәкимйәновтар йәштәргә өлгө булып йәшәй

Татыу һәм ныҡлы ғаиләләр күптәргә өлгө булып тора. Ундайҙарға ҡарап йәштәр ҙә бәхетле ғаилә ҡорорға, балаларына яҡшы тәрбиә бирергә тырыша. Байҡыбаш ауылында ғүмер итеүсе Хәкимйәновтар ҙа күптәрҙе һоҡландырып йәшәй.


Зөлфиә Идиәтулла ҡыҙы һәм Флорид Кәрим улының ғаилә ҡороуына 48 йыл тулған. Улар 1968 йылда Сөләймән ауылында таныша. Өфө медицина училищеһын тамамлаған Зөлфиә юллама буйынса тыуған яғына фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә ҡайта. Ә буласаҡ тормош иптәше бирегә агроном булып килә. Ҡыҙ егетте армияға оҙатып ҡала. Йәштәр 1970 йылда өйләнешә.

Ғаилә ҡорғас, Зөлфиә Идиәтулла ҡыҙы Ҡыҙыл Үреш участка дауаханаһына эшкә күсә. Ә 1974 йылда ғаилә Байҡыбаш ауылына күсенә һәм ул урындағы дауаханала өлкән шәфҡәт туташы булып эш башлай.

Донъя мәшәҡәттәре һәм эш менән йылдар һиҙелмәй ҙә үтеп китә. 39 йыл эсендә Зөлфиә Идиәтулла ҡыҙы намыҫлы хеҙмәте өсөн күп тапҡырҙар бүләкләнә. Уның “Хеҙмәт ветераны” миҙалы ла бар.

Флорид Кәрим улы байтаҡ йылдар “Сельхозтехника”ла автотранспорт буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡара. Ул бирелә барлығы 33 йыл эшләй. Намыҫлы хеҙмәткәр йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша, бер нисә тапҡыр участка һайлау комиссияһы рәйесе һәм ағзаһы була. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте төрлө дәрәжәләге грамоталар, “Хеҙмәт ударнигы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәләре, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән билдәләнгән.

Хәкимйәновтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән, алты ейән-ейәнсәрҙәре бар. Ҡыҙҙары Гөлнара менән Индира әсәләре юлынан киткән, ғүмерҙәрен иң изге һөнәргә — медицинаға бағышлаған. Улдары Илнур водитель булып эшләй. Өсөһө лә ғаилә ҡороп, Өфө ҡалаһында йәшәй. Хәкимйәновтар балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен бик ярата, улар өсөн бар яҡлап та өлгө булып тора.

Зөлфиә Идиәтулла ҡыҙы һәм Флорид Кәрим улы өсөн ғаилә — беренсе урында. Өйҙә татыулыҡ булһын өсөн бер-береңә юл ҡуйырға, фекеренә ҡолаҡ һала белергә кәрәк, тип һанай улар.

— Бар эште лә бергә эшләргә кәрәк, шул саҡта ғына ғаилә берҙәм була, — тиҙәр. — Балаларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеү мөһим. Беҙ өй эшен ирҙәрҙеке йәки ҡатын-ҡыҙҙыҡына бүлмәнек, бурыстарыбыҙ уртаҡ булды.

Мәҡәлә геройҙарым йыр-бейеүгә лә оҫта. Флорид Кәрим улы гармунда уйнай, “Ҡартаймаҫ йөрәктәр” халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы.

— Флорид тәбиғәтте бик ярата, урманға йөрөй. Мин уның был мауығыуын хуплайым. Йәй көнө ғаиләбеҙ менән еләк, бәшмәк йыйырға барабыҙ. Балаларыбыҙ хеҙмәт һөйөүсән булып үҫте, беҙҙе хөрмәт итәләр, кәңәштәребеҙгә ҡолаҡ һалалар. Байрамдарҙы бергә үткәрәбеҙ, — тип һөйләй Зөлфиә Идиәтулла ҡыҙы.

Хәкимйәновтар бер-береһенә һәр яҡлап ярҙамлашып, хөрмәт итеп, оҙаҡ йылдар буйына үҙ бәхеттәрен, йәшлектәге мөхәббәттәрен һаҡлап ҡала алған. Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла, ауырығанда ла, эштә лә, ялда ла — гел бергә улар.

А. Рәхмәтуллин фотоһы.
Читайте нас: