Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
16 Ғинуар 2019, 12:44

Ҡариҙел районы Яңы Бәрҙәш ауылында йәшәүсе Раушания һәм Данис Нурисламовтар уңған, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе

Раушания Ғәлихан ҡыҙы сығышы менән Ҡараяр ауылынан. “Атай-әсәйем беҙҙе бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Беҙ бешеренергә лә, ҡул эштәрен дә яратабыҙ, — тип һөйләй ул. — Шуға ла йәшәү рәүешен ҡаланыҡына алмаштырыу теләге бер ҡасан да тыуманы һәм кейәүгә сыҡҡас, Яңы Бәрҙәш ауылында төпләндек. Өфөлә сауҙа итеү курсын тамамланым, магазинда һатыусы булып эшләнем. Әлегә өйҙәмен, хужалыҡта эш етерлек”.

Нурисламовтарҙың бергә йәшәүенә — 12 йыл. Тырыш ғаиләлә ике ҡыҙ үҫә. Дилә — V, Рәмилә II класта уҡый. Өлгөлө атай-әсәй тәрбиәһендә үҫкән балалар аҡыллы, уңған, уҡыуҙа ла һынатмай, тик "биш"кә генә өлгәшә.

Етеш тормошта йәшәргә тырышҡан ғаилә күпләп мал тота, бал ҡорттары ҡарай, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсаларында күпләп төрлө йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерә.

Ауыл ялҡауҙарҙы яратмай. Барына ла өлгөрөү өсөн бик иртә торорға кәрәк. Мал-тыуар тураһында хәстәрлек, нигеҙҙә, Данис Әхмәт улы өҫтөндә, улар ихатала аҙ түгел. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй ауыл кешеһенең эше. Ярай әле ҡыҙҙары атай-әсәйҙәренә ярҙамлаша.

— Ҡаҙҙарҙы һатып ҡыҙҙарыбыҙға кеҫә телефондары алып бирҙек, — тип ҡыуанып һөйләй Нурисламовтар.

Өҫтәүенә, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр, быйма баҫалар. Ҡыҫҡаһы, ҡулдарынан килмәгән эш юҡ. Йәштәр киләсәктә төҙөлә башлаған яңы йорттарына сығыу теләге менән янып йәшәй.

Өлгөр ғаилә ваҡытты бушҡа үткәрмәй. Өй эсендә бөхтәлек, йылылыҡ, ҡунаҡсыл мөхит күҙгә ташлана. Улар яңылыҡтар менән танышып бара, гәзит-журналдар уҡырға ярата. Үҙҙәренә ҡарап, ни тиклем асыҡ күңелле, яҡшы кешеләр икәнлектәрен аңлайһың. Улар ауыл тормошон үҙ итеп, бәхетле ғүмер кисерә.

— Йәштәр ҡалаға тартыла. Ә беҙгә ауыл тормошо оҡшай. Тамырҙарыбыҙ бында ереккән. Үҙебеҙҙе башҡа ерҙә күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, — ти Нурисламовтар.
Азат Рәхмәтуллин фотоһы.
Читайте нас: