Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
23 Ноябрь 2018, 12:21

Балтас районында йәшәүсе Зәриә Хәбипова үҙ ҡанаты аҫтына етемдәрҙе лә һыйындыра

Киң күңелле, йомарт, оло йөрәкле, көслө рухлы кешеләр — Балтас районы Шауъяҙы ауылынан Зәриә һәм Рәфис Хәбиповтар тормоштоң йәмен, тәмен тойоп йәшәй. Ә иң мөһиме: шул йәшәү сәмен үҙҙәренең өс балаһынан тыш ғаиләләренә ҡабул иткән дүрт сабыйға ла бүләк итәләр. Али, Айша, Малик һәм Фирүзде яҙмышыбыҙ бүләге улар тип, бер күреүҙән яҡын иткән, күңел түрҙәренән урын биргән Хәбиповтар.

Зәриә — иҫ киткес ыңғай энергия сығанағы. Уның тирәһендә — туҡтауһыҙ хәрәкәт, эшсәнлек, байрам, алға ынтылыу, маҡсаттарға ирешеү. 2016 йылда ғаиләләренә ҡабул иткәндә төрлө яҡтан үҫештәре артта булған балаларының бөгөнгө уңыштары тураһында сәғәттәр буйына һөйләй ала ул. Шул арала арҡаларынан һөйөп маҡтап алырға ла, урынлы итеп шелтәләргә лә өлгөрә әсәй кеше. Зәриәнең асыҡ һәм киң күңеленә балалар ҙа ихлас яратыуҙары менән яуап бирә. Бер-береһен аңлау, ғаиләлә үҙ-ара татыулыҡ, рухи яҡынлыҡ атай-әсәйгә балаларына матур тәрбиә бирергә, уларҙың киләсәген ҡайғыртып йәшәргә көс бирә.

Ҡосаҡтарына сит балаларҙы ҡабул иткән, йөрәк йылыһы бүләк итә алған ғаиләләрҙең һәр береһенең үҙ яҙмышы. Был етди аҙымға уларҙы төрлө сәбәптәр этәрә. Хәбиповтарҙың да үҙ юлы. Ейәндәрен юғалтыу ҡайғыһы аша килә улар был ябай булмаған ҡарарға. Күңелдәрендә сарыф ителмәй ҡалған бөтмәҫ-төкәнмәҫ наҙҙы яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған дүрт бер туғанға өләшәләр. Был йөктө иңдәренә алырға тулы хоҡуҡтары бар Зәриә менән Рәфистең. Уларҙың хеҙмәт йылдары Пыть-Ях ҡалаһында үткән. Ғаилә башлығы 34 йыл иретеп йәбештереүсе, Зәриә һатыусы булып эшләгән. Өс бала үҫтереп, уларға тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам иткәндәр. Әлеге ваҡытта дүртенсе ейәндәре тыуыуын көтәләр. Балалары Себер яҡтарында төпләнгән. Ә Рәфис менән Зәриә пенсия йәшенә етер алдынан Шауъяҙыла, ғаилә башлығының тыуған йорто менән йәнәшә, өй тергеҙергә ниәтләй. “Ялдарға ҡайта-ҡайта 10 йыл дауамында төҙөнөк,” — ти Рәфис Хәбипов.

Зәриә менән Рәфистең уңғанлығы, булдыҡлылығы мал менән тулы ихаталарынан күренеп тора. Хужалар йыл һайын ҡаҙ, өйрәк, бройлерҙар үҫтерә, һәр береһенең һаны бишәр тиҫтәнән кәм булмай. Төрлөһөнән итен, һөт ризыҡтарын, йәшелсә-емешен мулдан етештерәләр. Балалар менән бергәләп ҡышҡылыҡҡа береһенән-береһе тәмле салаттар, ҡайнатмалар әҙерләйҙәр. Аш-һыуға Айша бигерәк оҫта. Әсәһенең уңғанлығы, етеҙлеге уға өлгөлөр, күрәһең. Мәктәптән ҡайтҡас та ни арала яулығын ябынып, алъяпҡысын кейеп ала, табын әҙерләй башлай. Ҡунаҡтар ҡаршы алырға ярата: сәк-сәк тә бешерә белә, тигеҙ итеп туҡмас та киҫә, салаттар ҙа яһай ул. “Таянысым, уң ҡулым!” — тип маҡтап туймай уны Зәриә. Өлкәндәр Мәскәүҙән алып ҡайтҡан попугайҙарҙы ла IV класта уҡыусы Айша тәрбиәһенә ышанып тапшырған. Ә малайҙар — II, III, V класс уҡыусылары Фирүз, Малик һәм Али һәр ваҡыт атайҙарына ярҙамға әҙер. Аҙбар-ҡура тирәһендә улар хужа. “Улдарым бик уңған. Эш ҡуша башлаһаң, мин дә мин тип ярышалар. Уҡыуҙа ла һынатмай балалар. Мәктәптә төрлө сараларҙы алып баралар, спорт уйындарында ҡатнашалар, әүҙемдәр”, — ти Зәриә.

«Балаларҙы үҫтереп, аяҡҡа баҫтырырға көсөбөҙ етһә ине, тип сәләмәтлек һәм ғүмер һораным Аллаһынан балалар йорто алдына баҫып. Уларҙың беҙгә төбәлгән күҙҙәрендәге һағышты, өмөт һәм ышанысты һүҙ менән әйтеп аңлатып булмай. Беҙ — уларҙың донъялағы берҙән-бер таянысы. Аҡлай алһаҡ ине балалар ышанысын!» — ти бәхетле һәм үҙ миссияларына яуаплы ҡараусы ата-әсә.

Рөстәм Вәлиев фотолары.
Читайте нас: