— Тәрбиәсе ул һөнәр генә түгел, ул күңел торошо, бар булмышың. Балаларҙың шат, эскерһеҙ йөҙөнә ҡараһаң, донъяны сағыу, яҡты, яҡшы итке килә, — ти Эльвера Борис ҡыҙы.
Ғаиләһендә лә бәхетле ул. Тормош иптәше Азат Мөхәмәт улы менән өс бала: Әлзирә, Аделина һәм Азаматты тәрбиәләйҙәр. Мөхитовтар үҙҙәренең ҙур матур өйөндә ғүмер итә. Хужабикә аш-һыуға, ҡул эшенә оҫта.