Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
2 Ноябрь 2018, 18:47

Таныш булығыҙ: Мишкәнән тағы бер ҡатнаш ғаилә

Ләйсән һәм Илья Аҡбулдиндар ҙа татыу ғүмер итеүсе йәш ҡатнаш ғаилә. Мари егете Илья менән татар ҡыҙы Ләйсән 2008 йылда ғаилә ҡора. Мишкә ауылында үҙ көстәре менән йорт һалып сығалар. Ғаилә башлығының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ләйсән - аш-һыуға уңған килен. Байрамдарға телеңде йоторлоҡ итеп бәлеш, сәк-сәк, ҡыҫтыбыйҙар бешерә. Бөгөн Илья “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй, ә тормош иптәше — район мәғариф бүлеге методисы.

Аҡбулдиндар ғаиләһендә ике малай үҫә. Оло улдары Даниэль 2-се класс уҡыусыһы, бәләкәй Роберт балалар баҡсаһына йөрөй. Уңған ғаилә баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡош-ҡорт ҡарай. Йәй көндәрендә бергәләп еләк, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйырға, тәбиғәт ҡосағында ял итергә, балыҡ тоторға, республикабыҙ буйлап сәйәхәт итергә яраталар. Ике милләттең дә байрамдарын, йолаларын еренә еткереп башҡаралар. Ләйсән инде күптән мари “тыбырҙығы”н өҙҙөрөп бейеһә, тормош иптәше Илья татар телен өйрәнә. Балаларында ла ике халыҡтың да мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам тәрбиәләргә тырышалар.

Лилиә Хәсәнова.
Читайте нас: