Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
2 Ноябрь 2018, 14:58

ТАҢСУЛПАН ҺӘМ АЙРАТ БИКБУЛАТОВТАРҘЫҢ ҠАТНАШ ҒАИЛӘҺЕ МӨХӘББӘТКӘ НИГЕҘЛӘНГӘН

Мишкә районы Янағош ауылында йәшәүсе Таңсулпан һәм Айрат Бикбулатовтар ҡорған ғаилә тураһында ла тик йылы һүҙҙәр генә әйтергә мөмкин. Татар егете Айрат башҡорт ҡыҙы Таңсулпан менән иңгә-иң терәп, татыу йәшәй. Наҙлап, һөйөп ҡыҙҙары Элина һәм улдары Русланды үҫтерәләр. Үҙ тырышлыҡтары менән йорт һалып сыҡтылар, йорт-ҡура төҙөнөләр. Оҫта ҡуллы Айраттың ҡорған донъяһы алыҫтан иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Ауылда ла Айрат Бикбулатов төҙөшкән йорттар байтаҡ.

Таңсулпан — Бөрйән ҡыҙы. Благовещен педагогия колледжын тамамлағас, Мишкә районына башҡорт теле уҡытыусыһы булып килә. Әлеге көндә Айрат вахта ысулы менән ситкә китеп эшләһә, Таңсулпан мәктәптә балаларға белем бирә.

Ғаиләнең ныҡлығы ҡатын-ҡыҙҙан да, ир-егеттән дә тора. Ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталығы, бөтмөрлөгө, инсафлылығы менән ғаиләһен алып барһа, ир-егеттәр мал табыу, йорт-ҡура именлеген ҡайғыртыуы менән абруйлы. Бикбулатовтар ҙа нәҡ шундайҙарҙан. Йорт эштәрен бергәләп башҡарырға яраталар. Баҡсала емеш-еләк үҫтереү, ҡош-ҡортто тәрбиәләү бөтә ғаилә иңенә лә тигеҙ төшә. Айрат улына ир-егет башҡарырлыҡ эштәрҙе өйрәтһә, Таңсулпан ҡыҙы менән аш-һыу серҙәрен бергәләп аса, ҡул эшенә өйрәнә. Киске аштан һуң бергәләп төрлө уйындар уйнайҙар, китап уҡырға яраталар. Йәй көндәре һыу инеү, тәбиғәт ҡосағында ял итеү, ҡышын санала, конькиҙа шыуыу ғаиләлә яралған изге традиция. Таңсулпандың тыуған яғына барып ҡайтыуҙар ҙа ғаилә өсөн көтөп алынған ҡыуаныслы мәл, сөнки йыраҡ Бөрйән яҡтарына йыш ҡайтып булмай.

Ике яҡтың да туған-тыумасалырына ярҙам итеп, берҙәм йәшәй Бикбулатовтар. Уртаҡ байрамдарға йыйылғанда “башҡорт”, “татар” тип бүлеүсе юҡ. Уларҙың дуҫлығына, берҙәмлегенә һоҡланырға ғына ҡала.

Лилиә Хәсәнова.
Читайте нас: