Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
2 Ноябрь 2018, 13:13

Ҡатнаш ғаилә сере татыулыҡта, бер-береңде хөрмәт итеүҙә

Мишкә районы республикабыҙҙың күп милләтле райондарының береһе булараҡ билдәле. Бында башҡорт, татар, мари, рус халҡы берҙәм, татыу йәшәй. Уларҙы уртаҡ ер, тарих, мәҙәниәт берләштерә. Мишкәлә, яҙмыштарын бер итеп, ҡатнаш ғаилә ҡороусылар ҙа бихисап. Шуларҙың береһе Хәсәновтар ғаиләһе.

Илүс һәм Ирина Хәсәновтарҙың ғаилә ҡороуына — 10 йыл. Улар Мишкә ауылында ғүмер итә. Ғаилә башлығы Илүс – Тирәкәй ауылы татары. Тормош иптәше итеп мари ҡыҙы Иринаны һайлай. 2008 йылда никах уҡып, ғаилә ҡоралар. Илүс — “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә инженер, Ирина район дауаханаһында ашнаҡсы булып эшләй. Улар өс балаға — Марсель, Ильяс, Сабинаға ғүмер бүләк иткән. Оло улдары — 4-се класс уҡыусыһы, Ильяс менән кескәй Сабина балалар баҡсаһына йөрөй. Малайҙар аталарына ярҙамлашырлыҡ булған да инде, улар күбеһенсә тышта Илүс эргәһендә өйөрөлә. Өс йәшлек Сабина ла үҙенсә әсәһенә булышҡан була. Буш ваҡыттарында тәбиғәт ҡосағында ғаилә менән ял итергә яраталар. “Бер-береңә ихтирамлы булғанда ғына, ғаиләлә татыулыҡ була”, ти Хәсәновтар. Икеһе ике милләт вәкиленән булыуға ҡарамаҫтан, милли йолаларға бик һаҡсыл ҡарайҙар. Мосолман дине ҡанундарына тап килтереп, аят аштарын йыш үткәрә мари ҡыҙы. Күптән инде татарса һөйләшергә лә өйрәнгән, ире Илүс тә ҡалышмай, мариҙарҙың үҙҙәрен “һатып” ебәрер.

Лилиә Хәсәнова.
Читайте нас: