Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
1 Ноябрь 2018, 11:42

Мишкә районында йәшәүсе Мостафиндар быйыл көмөш туйҙарын билдәләне

Татыу, эшһөйәр, илһөйәр Лилиә һәм Салауат Мостафиндарҙың рухлы ғаиләһе күптәргә өлгө. Бөгөн улар Мишкә ауылында йәшәй, буш ваҡыттарында бергәләп тәбиғәт ҡосағында ял итергә, сәйәхәт ҡылырға ярата.


Салауат ағай Сәбихә һәм Мөхәммәт Мостафиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Сығыштары менән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынандар. Уларҙың нәҫел ептәре әсәһе яғынан дүртенсе быуында Шәйехзада Бабичтың шәжәрәһенә барып тоташа. Ауыл мәктәбен тамамлағас, теүәл фәндәрҙе яҡын күргән егет Бөрө пединститутының физика-математика факультетына уҡырға инә. Ошонда буласаҡ тормош иптәше Лилиә менән таныша. Ҡыҙ ошо уҡ факультетта белем ала. Лилиә үҙе лә Мишкә районының Юбайкүл ауылынан. Ул уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Финат һәм Фирүзә Фәйесхановтарҙың ғаиләһендә биш бала үҫә. Иң олоһо булараҡ, Лилиә туғандарын ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алып, ата-әсәһенең таянысы була. Биш баланың дүртеһе киләсәктә ата-әсәһенең юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай.

Уҡыуын тамамлағас, йәш ҡыҙ хеҙмәт юлын Иштебай мәктәбендә физика, математика уҡытыусыһы булараҡ башлай. Буласаҡ тормош иптәше Мишкә мәктәбендә информатика уҡытыусыһы булып урынлаша. Оҙаҡ йылдар дуҫлашып йөрөгән йәштәр 1993 йылдың 9 июлендә туй үткәреп, ғаилә ҡора. Бер-бер артлы балалары Тимур, Сыңғыҙ, Сабина донъяға килә.

Хеҙмәт юлын Лилиә Финат ҡыҙы Мишкә ауылының 2-се мәктәбендә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып дауам итә. Үҙ эшен яратып башҡарған, яуаплы, тәжрибәле, ижади фекерләүсе белгесте район мәғариф бүлегенә тәрбиә эштәре буйынса методист итеп тәғәйенләйҙәр. 2013 йылдан бөгөнгәсә методик кабинет мөдире вазифаһын башҡара. Лилиә Финат ҡыҙы район мәғариф системаһы үҫешенә күп көс һалған тәжрибәле белгес.

Салауат Мөхөммәт улы оҙаҡ йылдар Камай урта мәктәбе директоры булып эшләгәндән һуң, Мишкә 2-се мәктәбенә директор итеп күсерелә.

Оло улдары Тимур юғары белем алып, быйыл башлы-күҙле булды. Күптән түгел генә туйҙар яһап, Оля менән ғаилә ҡорҙолар. Бөгөн Сорғот ҡалаһында йәшәй йәш пар. Икенсе улдары Сыңғыҙ XI класты тамамлағандан һуң БДУ-ның Нефтекама филиалына юридик факультетҡа уҡырға инә. Төпсөктәре Сабина быйыл X класҡа барҙы. Ул китап уҡырға, һүрәт, фото төшөрөргә ярата. Киләсәктә үҙен ижад кешеһе итеп күҙаллай.

— Тормош иптәшем менән әле генә ғаилә ҡорған кеүек инек, 25 йыл ғүмер күҙ асып йомғансы үтеп тә киткән. Йәш парҙарға әйтер һүҙем, кәңәшем шул: ғаиләнең ҡәҙерен белһендәр, бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булһындар ине. Кемдәндер нимәлер көтөп ултыра торған замана түгел, тырыш булырға кәрәк. Ғаилә – кешенең иң ҙур байлығы. Уны һаҡлағыҙ, — ти Лилиә Мостафина.
Читайте нас: