Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
22 Июнь 2018, 17:49

Мишкәнән Зәйнетдиновтар "Сит балалар булмай, барыһы ла беҙҙеке", — ти

“Хоҙай бала бирә икән, уға ризығын да бирә”, — тип һанай Мишкә ауылында йәшәүсе Алена һәм Эдуард Зәйнетдиновтар. Улар үҙҙәренең биш балаһы эргәһенә тәрбиәгә өс сабый алған.

Никахтар күктә ярала, тиҙәр. Шулай булмаһа, бер көндө тыуған һәм бер отчествола булған ике ят кеше нисек осрашып, бер-береһен яратыр ине? Эдуард Анатольевич менән Алена Анатольевна 15 мартта Байтур ауылында тыуған, йәш аралары алты йыл. 9-сы класҡа тиклем тыуған ауылдарында уҡыйҙар. Эдуард өлгөргәнлек аттестатын — Благовещен районының Биштин урта мәктәбендә, ә Алена Камай ауылында ала.

Мәктәпте тамамлағандан һуң һәр кем күңеленә яҡын һөнәр һайлай: ғаилә башлығы — водитель, ә хужабикә һатыусыға уҡып сыға.

2004 йылда Эдуард менән Алена ғаилә ҡора. Олатайҙарының өйөн яңыртып, ауылда төпләнәләр. Тиҙҙән ғаиләгә йәм өҫтәп, улдары Кирилл тыуа. Ғаилә башлығы ҡайнатаһының крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнеп үҫкән йәштәр мал-тыуар аҫрай башлай. Балаға ла үҙҙәренең һөтө, йәшелсә-емеше була.

Бер көндө күршеләренә ҡайғы килә — ғаилә башлығы үлеп китә. Ҡатыны ике бала менән тороп ҡала. Сабыйҙарҙы аяҡҡа баҫтырырға уның рух көсө лә, мөмкинлеге лә булмай. Ике бәлиғ булмаған баланы — Нелли һәм Стелланы Эдуард менән Алена опекунлыҡҡа ала. Ҡыҙҙар яңы тормошҡа тиҙ эйәләшә. Хәҙер Нелли кейәүҙә, үҙе ике бала тәрбиәләй. Стелла быйыл агросәнәғәт колледжын тамамлаған, ашнаҡсы һәм утар хужабикәһе һөнәрен үҙләштергән.

Ике йыл элек Зәйнетдиновтар Камилланы ла үҙ ҡанаттары аҫтына ала. Уны Өфө балалар йортонан алып ҡайталар. Ҡыҙ уларға «атай», «әсәй», тип өндәшә, апай-ағайҙарына ла тиҙ өйрәнә.

Өлкән улдары Кирилл агросәнәғәт колледжында механик-водителгә уҡый. Уның яратҡан шөғөлө — йорт ҡуяндары ҡарау. Ул үҙенең бәләкәй "батшалығына" бер кемде лә яҡын ебәрмәй.

Данил менән Глеб 1-се лицейҙа белем ала, Есения “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһына йөрөй. Иң бәләкәй Аврораға күптән түгел ике йәш тулды. Апаһы кеүек ул да балалар баҡсаһына барырға әҙерләнә.

2012 йылда Зәйнетдиновтар “Йәш ғаилә” дәүләт программаһы буйынса торлаҡ төҙөүгә субсидия ала. Улар Мишкәлә өй төҙөргә ҡарар итә. Туған-тыумаса ярҙамы менән яңы йортҡа икенсе йылда уҡ күсенәләр.

Өлкән ҡыҙҙар Нелли менән Стелла хөкүмәт биргән үҙ фатирҙарында йәшәй. Тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәйҙәрен дә онотмай улар. Эш булһа, ярҙам итергә, ҡунаҡҡа йыш киләләр. Зәйнетдиновтар йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ике ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй ҙә.

Эдуард менән Алена Мишкә ауылына күскәс тә малдан айырылмай. Балалар экологик яҡтан таҙа ризыҡ менән туҡлана: һөт, ит, йомортҡа, йәшелсә, емеш-еләк үҙҙәренеке. Балалар ҙа бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнеп үҫә, ата-әсәләренә һәр эштә ярҙам итә.

Венера Әғләмова.
Читайте нас: