Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
28 Май 2018, 17:19

Асҡындан Лиана Белоногова йүнсел, тырыш, һәләтле булыуы менән һоҡландыра

Һәр ерҙә үҙ шөғөлөнән йәм тапҡан, уны йәшәү рәүеше итеп алған кешеләр бар. Ундайҙар бигерәк тә йәштәр араһында йыш осрай. Асҡын ауылында йәшәүсе Лиана Рәдис ҡыҙы Белоногова ла нәҡ бына шундайҙар иҫәбендә. Заман менән бергә атлаған йәш ҡатын фотоға төшөрөргә, китаптар уҡырға, бетеүҙәр үрергә, спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба.

Лиана мәктәп йылдарында уҡ фотоға төшөрөү менән мауыға. Тәбиғәттең серле бер мөйөшөн, миҙгелдең сихри бер мәлен, класташтарын, төрлө сараларҙы фотоларҙа мәңгеләштереү ҡыҙға бик оҡшай. Мәктәптә бер нисә фотоаппаратынан ҡолаҡ ҡаҡһа ла, ата-әсәһе уның мауығыуы көслө икәнен күреп, яңыһын һатып алып бирә. Шулай ҙа Лиана ижад менән бәйле һөнәр һайламай, ул Өфө ҡалаһында Урал дәүләт юридик академияһына уҡырға инә. Хыялында үҙен кешеләрҙе яҡлаусы, һаҡлаусы итеп күрә. Шундай уйҙар менән ҡанатланып йөрөгәндә, Асҡын егете Владимирға кейәүгә сығып, ситтән тороп уҡыуға күсә. Бер-бер артлы тыуған ҡыҙҙары Вика, Виталина ғаилә бәхеттәрен арттыра. Ҡыҙыҡлы сюжеттар уйлап, уларҙы ла фотоға төшөрә башлай Лиана. Хеҙмәт юлын Асҡын ауыл Советында юрист булып башлай. Өсөнсө ҡыҙҙары Злата тыуғас, йәш әсәгә эше менән балалар тәрбиәләүҙе бергә алып барыу ауырлаша. Иренә, өҙөлөп яратҡан балаларына бик аҙ ваҡыт ҡалыуы тынғы бирмәй уға. Ҡыҙҙарының һәр йылмайыуын фотоларында ғына түгел, йөрәгендә һеңдереп ҡалдырыу теләге көндән-көн көсәйә. Лиана һәр көн иртән балаларын иркәләп кенә уятып, уларҙы оҙаҡ итеп ҡосаҡлап ятыу, ә кисен әкиәттәр һөйләп йоҡларға һалыу, сабыйҙарына рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙә төп кеше булыу тураһында хыяллана. Бер ни ваҡыттан һуң, үҙен тулыһынса ғаиләһенә арнарға тәүәккәлләй.

Лиана был аҙымына бер ҡасан да үкенмәгән. Бөгөн ул ҡыҙҙарын наҙлап, яратып үҫтерә алыуы, ирен эштән тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп ҡаршы алып, шатландырыуы менән бәхетле. Яратҡан шөғөлдәренә, үҫешкә лә уның ваҡыты бар. Киң билдәле ПИКЧА фото мәктәбе курсын да тамамлай. Был уҡыуҙар уға белем алыу, тәжрибә туплау майҙансығы булып, яңы идеялар бирә, илһам өҫтәй. Лиананың матур фотоларын күреп, сығарылыш кластарын, никахтарҙа йәштәрҙе фотоға төшөрөргә һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп. Һәр бер эшенә ул күңелен һала, ижади ҡарай. ”Фотоға төшөргәндә ниндәй миҙгел булыуын иҫәпкә алам, сюжет өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе алдан хәстәрләйем. Фотоға ҡараған һайын ҡараһы килеп торорға тейеш. Кешенең эске донъяһын, күңел торошон сағылдырыу өсөн бар тырышлығымды һалам. Кеше объектив алдында юғалып ҡалмаһын өсөн маҡтап ебәрәм. Шулай психолог ролен дә башҡарырға тура килә”,— ти ул.

Лиана Белоногова бер урында тапанырға яратмаған, хәрәкәт һәм үҫеште хуплаған, ҡыҙыҡһыныусан ҡатын-ҡыҙ. Ул велосипедта йөрөй, эргәһендә күп ваҡыт ире һәм ҡыҙҙары ла була. Мауығып китаптар уҡый, интернеттан ҡарап ҡыҙыҡлы ҡул эштәрен үҙләштерә. Мәҫәлән, индеецтарҙың мандалы тип аталған бетеүҙәрен үрергә өйрәнгән. Бынан тыш, ул республикабыҙҙа рәсми рәүештә теркәлгән ”Добромама” йәш әсәйҙәр ойошмаһы ағзаһы ла. Был әүҙем әсәйҙәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, ә башҡаларҙы ла саҡырып, төрлө акциялар, саралар уҙғарғаны бар.

Өлгөлө әсәй, заман менән бергә атлаған, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙы районда яҡшы беләләр. Лиана район кимәлендә үткән төрлө сараларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, ”Йәш әсә”, “Ауыл ҡатын-ҡыҙы” тигән сараларҙа тамашасы Лиананың йүнселлеге, уңғанлығы, мөләйемлеге менән һоҡланды. Әле күптән түгел Өфөлә II Республика ата-әсәләр форумына делегат булып һайланды. ”Мин — бик бәхетле, сөнки ғаиләм алдындағы бурысымды тулыһынса үтәргә, шәхес булараҡ та асылырға мөмкинлегем бар. Күңелемдә ижад осҡоно йәшәй, башымда яңы-яңынан идеялар тыуып ҡына тора”, — ти Лиана.

Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: