Бөгөн Халыҡ-ара Ғаилә көнө. Был байрам 1993 йылдан башлап билдәләнә. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы байрамды йәмәғәтселек иғтибарын ғаилә проблемаларына йүнәлтеү маҡсатында булдырған. Йәмғиәттең нигеҙе булған ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора. Дәүләттең үҫеш кимәлен билдәләгәндә лә тәү сиратта ғаиләләр хәле, уларҙың йәшәү шарттары, тимәк демография күрһәткестәре лә иҫәпкә алына.
Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,
Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,
Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!
Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәйек!.
Һәр кемдең дә ғәзиз балаһы бар —
Һәр кемдең дә ғәзиз әсәһе бар,
Атаһы бар — таяныр кешеһе.
Килер яҙҙар, етер йәмле йәйҙәр,
Ҡыштар түгел әле мәңгегә.
Балаларың менән бергә йәшәп,
Был донъяла бергә йәшәү — бүләк,
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
Ауыр саҡта ярҙам итешәйек,
Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек.
Күңелдә — нур, йөрәктәрҙә — сафлыҡ,
Хистәр ашҡына әллә ҡайҙарға.
Бәхет ташып, йәшлек булып балҡып,
Был донъяла бергә йәшәү — бүләк,
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
Ауыр саҡта ярҙам итешәйек,
Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек.
Әсәйҙәрҙең ғүмерен теләйек,
Атайҙарҙың ҡәҙерен беләйек.