Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
18 Апрель 2018, 18:50

Балтас районынан Вәлиәхмәтовтар ғаиләһе барыһын да һоҡландырып йәшәй

Матур ғаилә — ил күрке, ти халыҡ. Бик дөрөҫ әйтелгән, сөнки ғаиләләр ни тиклем әҙәпле, белемле, эшһөйәр, татыу икән, йәмғиәтебеҙ ҙә шул тиклем матур ҙа, бай һәм көслө лә була. Мишәр ауылында татыулыҡта ғүмер итеп, балаларын үҙ өлгөләрендә эшһөйәр, тәүфиҡлы, аҡыллы итеп үҫтереүсе Фәнилә һәм Винер Вәлиәхмәтовтар ҙа һәр саҡ һоҡланыу тойоғоһо уята.

Матур ғаилә — ил күрке, ти халыҡ. Бик дөрөҫ әйтелгән, сөнки ғаиләләр ни тиклем әҙәпле, белемле, эшһөйәр, татыу икән, йәмғиәтебеҙ ҙә шул тиклем матур ҙа, бай һәм көслө лә була. Мишәр ауылында татыулыҡта ғүмер итеп, балаларын үҙ өлгөләрендә эшһөйәр, тәүфиҡлы, аҡыллы итеп үҫтереүсе Фәнилә һәм Винер Вәлиәхмәтовтар ҙа һәр саҡ һоҡланыу тойоғоһо уята.
Ишле ояла сынығып үҫкән парҙар икеһе лә тәрән тамырҙары менән ошо ауылға береккән. Уларҙың юлында бер үк һауа, бер үк һыу, бер үк мәктәп, бер үк Балтас 87-се һөнәрселек училищеһы. Бер-береһен яратышып ҡауышҡан пар 13 йыл бергә татыу ғүмер итә. Уңған килен ул табыр, бәхетлеһе ҡыҙ табыр, тиһәләр ҙә, һөйгәненә бер-бер артлы өс ул бүләк иткән Фәнилә Фәрит ҡыҙы үҙен иҫ китмәле бәхетле тоя. Өлкәндәре Илмир — V, Илшат III класта белем ала, ә биш йәшлек Нияз әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә башлығы Винер Наил улы “Арланнефть” нефть-газ сығарыу идаралығында — оператор, ә Фәнилә Фәрит ҡыҙы Илекәйҙәге “Чебурашка” балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй.
Вәлиәхмәтовтар атай нигеҙендә үҙ ҡулдары менән төҙөгән барлыҡ уңайлыҡтары булған ҙур йортта йәшәй. Күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Ҡапҡа алдары таҙа, гөл-сәскәгә күмелгән. Ҡыҫҡаһы, һәр нәмә үҙ урынында, уйланып эшләнелгән, өй эсендә лә таҙалыҡ, бөхтәлек, ихласлыҡ бөркөлә. Был хужаларҙың уңғанлығы, тырышлығы тураһында һөйләй.
Хәстәрлекле ата-әсә балаларына “бөтмәй торған мираҫ — гүзәл тәрбиә” (Ризаитдин Фәхретдин) лә бирергә ынтыла. Улар улдарында сәнғәткә, тормошҡа һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған. Тырышлыҡтары бушҡа китмәй, уңыш йылмайып тора. Илмир район мәҙәниәт бүлеге ойошторған “Яҙғы тамсылар” конкурсында йырлап, еңеү яуларға ла өлгөргән. Йырсы ла, һүҙ оҫтаһы ла булған Фәнилә Вәлиәхмәтова Ғаилә йылына бағышланған “Ауылым биҙәктәре” район фестивалендә “Әнием” вокаль ансамблендә йырлап, тамашасылар һөйөүенә иреште. Сәнғәткә ғашиҡ ғаиләнең Айгөл һәм Илнур Хәкимовтар, Эльвира һәм Радик Вәлиәхмәтовтар менән берлектәге сығышын ауылдаштары һәр байрамда көтөп ала. Шулай, йыр-моңға ғашиҡ ғаилә ауыл¬дың барлыҡ мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша, төрлө конкурс¬тарҙа сығыш яһай.
Аталарының да тормошҡа сәләмәт, итәғәтле мөнәсә¬бәтен күреп үҫкәнгә, ғаиләлә-ге ихлас мөғәмәлә – малай¬ҙар өсөн тәбиғи күренеш. Улар ҙур теләк менән ата-әсәләренә йорт-ҡура эштәрендә лә ярҙамлаша. “Оло улым үҙем янымда аш-һыу әҙерләшергә, ә Илшатым күберәк атаһына булышырға ярата”, — тип шатлана хужабикә.
Шуныһы һөйөнөс, улдарына иман нуры, изгелек ҡөҙрәте, рух ныҡлығы һалырға тырышыусы әсә ауылдағы Аллаһ йорто — “Әнием” мәсетендә дин ғилемен дә үҙләштерә башланы. Изге күңелле хужабикә оло йәштәге ҡәйнәһен дә оҙаҡ йылдар ҡарап, яҡшы тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатты. Һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы, йылы һүҙен бер ҡасан да йәлләмәй, олоно — оло, кесене кесе итеп хөрмәтләгән Фәнилә Фәрит ҡыҙына ҡарайһың да, ошондай гүзәл заттар күберәк булһа ине, тип уйлайһың.
Шулай барыһын да һоҡландырып йәшәй Вәлиәхмәтовтар.Төрлө яҡлап һәләтле лә, тырыш та, тәртипле лә үҙҙәре. Сәмләнеп, дәртләнеп донъя көткәндәрҙең генә тормоштары шулай теүәл, бәхеттәре түңәрәк булалыр.
Флидә Ғәлиева,
“Әнием” мәсете мөғәллимәһе.
Читайте нас: