Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
21 Февраль 2018, 18:37

Бер ғаиләнән өс һалдат бер юлы армияла хеҙмәт итеп ҡайта

"Улдарыбыҙҙы хәрби хеҙмәткә оҙатҡанда шатлыҡ та, һағыш та бергә ҡушылып, аңлата алмаҫлыҡ хискә әйләнде. Ә ғәзиздәребеҙ ҡайтҡан көн беҙҙең өсөн иң бәхетлеһе булды", — ти Асҡын районы Солтанбәк ауылында йәшәүсе Фәйрүзә һәм Рәшит Рәхимйәновтар.

"Улдарыбыҙҙы хәрби хеҙмәткә оҙатҡанда шатлыҡ та, һағыш та бергә ҡушылып, аңлата алмаҫлыҡ хискә әйләнде. Ә ғәзиздәребеҙ ҡайтҡан көн беҙҙең өсөн иң бәхетлеһе булды", — ти Солтанбәк ауылында йәшәүсе Фәйрүзә һәм Рәшит Рәхимйәновтар.
Биш бала тәрбиәләп үҫтергән был ғаиләне ауылдаштары татыу, тырыш булғаны өсөн хөрмәтләй. Үҙ көстәре менән донъяларын матур һәм етеш иткәнгә, туғандар ҡәҙерен белгәнгә уларҙы өлгө итеп ҡуялар, һоҡланалар. Игеҙәктәр булыуы ла иғтибарҙы йәлеп итә. «Бер юлы ике сабый тыуғас, бик ауыр булырмы икән, тип хафаланғайныҡ. Өлкән балаларым ярҙамы менән артыҡ ауырлыҡ тойманыҡ. Наилгә ул саҡта өс йәш кенә ине, шуға ҡарамаҫтан, ул да ағай булыуын аңланы. Ҡустыларын яратты, хәстәрлек күрһәтте. Мәктәп йылдарында ла яндарынан китмәне. Уларһыҙ уйнарға ла сыҡманы. Шул тиклем бер-береһенә берегеп үҫтеләр. Әлбиттә, ул саҡта бергә хеҙмәт итерҙәр, тип уйламаныҡ та», — ти илебеҙгә лайыҡлы һалдаттар үҫтергән ата-әсә.
Наил мәктәпте тамамлағас, Пермь милли тикшеренеү политехник университетына уҡырға инә. Бер-береһенә ике тамсы һыуҙай оҡшаш егеттәр ҙә ағайҙары артынан юллана. Улар нефть колледжына уҡырға инә. Ә бер йылдан өсөһө лә армияға алынып, Иркутск ҡалаһына китә. «Ситтә оҙағыраҡ йөрөһәң, тыуып үҫкән ер, туғандар ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың икән. Нәҡ армияла илһөйәрлек хисе лә нығыраҡ уяна. Әйткәндәй, ике ҡарт олатайыбыҙ ҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып һәләк булған. Беҙ ҡаһарман яугирҙар нәҫеленән икәнлегебеҙҙе иҫтә тотоп, лайыҡлы хеҙмәт итеү өсөн тырыштыҡ. Үҙебеҙҙе физик һәм рухи яҡтан нығыттыҡ. Ата-әсәйебеҙҙең, туған-тыумасаларыбыҙҙың йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәнек. Ә нәҫелебеҙ ҡатлы-ҡатлы. Әсәйебеҙ биш балалы ғаиләлә үҫкән. Улар бөтәһе лә ауылда йәшәй һәм һәр береһе биш-алты бала тәрбиәләй. Атайыбыҙ ҙа алты балалы ғаиләнән», — тип һөйләне Рәфит.
Егеттәрҙе Өфөлә республикала билдәле йырсы булып танылған Вилдан ағайҙары ҡаршылай. Пермь медицина университетын тамамлап, ординатурала уҡыған апайҙары Наилә килә алмаһа ла, телефон аша бәйләнеш тотоп, сәғәте-минуты менән ҡустыларын көтөп ала. Ә ауылда был көндө, үҙҙәре әйтмешләй, тыуған йорттарының ишеге ябылып та тормай.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: