Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
2 Февраль 2018, 16:32

Һоҡландырып ғүмер итәләр

Ғизәтуллиндарҙы Ваныш-Алпауыт ауылында ғына түгел, районыбыҙҙа ла яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Улар иң матур һәм маҡтаулы ғаиләләрҙең береһе. Янғын һүндереүсе булып эшләүсе ғаилә башлығы Нияз Ғизәтуллин балта оҫтаһы ла. Уның матур итеп төҙөгән йорто әллә ҡайҙан күренеп, ауылға йәм өҫтәй.

Һәр эште еренә еткереп башҡарыусы Нияздың ҡатыны Зилә Рәис ҡыҙы ла үҙенә бигерәк тап килгән. Ул Ваныш-Алпауыт мәктәбендә математика һәм хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Яғымлы, уңған, һәләтле уҡытыусыны уҡыусылары ла, хеҙмәттәштәре лә, ата-әсәләр ҙә ихтирам итә.
Зилә Ғизәтуллина ғаиләһе менән дә бәхетле. Ул — һөйөклө ҡатын, балалары өсөн өҙөлөп торған хәстәрлекле әсә. Өй эсендәге йыл мөхит, тәртип, бөхтәлек уның бар эшкә лә оҫта, үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыусы уңған хужабикә булыуы хаҡында һөйләй.
Ғизәтуллиндарҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшаған: егәрле, һәләтле, бар эшкә лә оҫта. Оло ҡыҙҙары Алһыу — теш табибы. Уның сиккән картиналары — үҙе бер гүзәллек донъяһы. Кеселәре Әлфиә — Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты. Ул саңғы спорты менән шөғөлләнә. Әлфиәнең теккән үҙенсәлекле матур уйынсыҡтары ла күркәм йорттоң бер биҙәгенә әйләнгән.
Ошолай тормоштарынан, башҡарған эштәренән йәм табып, тирә-яҡты нурға күмеп, матурлыҡ таратып, балаларына дөрөҫ тәрбиә биреп, татыу ғүмер итә Ғизәтуллиндар.
Сулпан Хәкимова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: