Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
26 Декабрь 2017, 13:51

Гөрләтеп донъя көтөүсе Исламовтар ауылға йәм өҫтәй

Бөгөн йәштәр ауылда ҡалһын, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерһен өсөн хөкүмәт тарафынан төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Шуға ла күптәр тыуған төйәктәренә ҡайтып төпләнә. Гөлназ һәм Эльвир Исламовтар ҙа нәҡ шундай ғаиләләрҙең береһе.

Бөгөн йәштәр ауылда ҡалһын, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерһен өсөн хөкүмәт тарафынан төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Шуға ла күптәр тыуған төйәктәренә ҡайтып төпләнә. Гөлназ һәм Эльвир Исламовтар ҙа нәҡ шундай ғаиләләрҙең береһе.
Исламовтарҙың ғаилә ҡороуына ете йыл. Икеһе лә Иҫке Балтас ауылында 1986 йылда донъяға килә. Бергә Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбен тамамлай. Гөлназ Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, ситтән тороп Өфө финанс институтында белем ала. Ә Эльвир башта Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында технолог һөнәренә эйә була, ә һуңынан ошо уҡ йүнәлеш буйынса Ижау ҡалаһында институт тамамлай. Гөлназ бөгөн «Теремок» балалар баҡсаһында педагог-психолог булып эшләй, тормош иптәше Пермдә һайлаған һөнәре буйынса уңышлы хеҙмәт итә. Тырыш, уңған Исламовтар ике ҡатлы ҙур йорт төҙөп сыҡҡан. Яңы йылды ла яңы йортта ҡаршылаясаҡтар. Йәш ғаиләләргә бирелә торған дәүләт ярҙамын алыуҙарына ла сикһеҙ шат улар.
Гөлназ менән Эльвир ҡыҙҙары Әмирә, улдары Даянды ҙур хәстәрлек менән тәрбиәләй. Әлегә улар «Белоснежка» балалар баҡсаһына йөрөй. Биш йәшлек Әмирә бейергә, йырларға әүәҫ. Ул шулай уҡ «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексында эшләп килгән эстетик гимнастика түңәрәгендә шөғөлләнә. Үткән йылда Бөтә донъя татар конгресы тарафынан ойошторолған «Бәхетле бала саҡ» конкурсында Әмирә тағы ла ике әхирәте вокал буйынса сығыш яһап, I урын яулаған. Өс йәшлек Даян да апаһынан ҡалышмай. Ул да бейергә ярата. Балалар ата-әсәләренә булышып үҫә. Әмирә аш-һыу бүлмәһендә әсәһенә ярҙам итһә, Даян атаһына йорт тирәһендә эшләшә.
Гөлназ һәм Эльвир Исламовтар һоҡланғыс ғаилә. Улар һымаҡ гөрләтеп донъя көтөүсе йәш ғаиләләр ауылға йәм өҫтәп, биҙәп тора, киләсәккә өмөт уята.
Читайте нас: