Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
8 Ноябрь 2017, 16:54

Бәхеттәрен Бөрөлә табалар

Бөрө ҡалаһында матур донъя ҡороп, сабыйҙарын тәрбиәләүгә етди ҡараған, өйҙәрендә йылылыҡ, яҡтылыҡ хөкөм һөргән татыу ғаиләләр бихисап. Гүзәл һәм Рөстәм Абдуллиндар нәҡ шундайҙарҙың береһе.

Бәхеттәрен Бөрөлә табалар
Ҡалабыҙҙа матур донъя ҡороп, сабыйҙарын тәрбиәләүгә етди ҡараған, өйҙәрендә йылылыҡ, яҡтылыҡ хөкөм һөргән татыу ғаиләләр бихисап. Гүзәл һәм Рөстәм Абдуллиндар нәҡ шундайҙарҙың береһе.
2003 йылдың йәйге матур көндәренең береһендә Илеш районы Үрге Йәркәй 4-се мәктәбен тамамлаған Гүзәл Бөрө ҡалаһына уҡырға юллана. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультеты башҡорт-рус бүлеге студенты булып китә. Тап Бөрөлә үҙенең беренсе мөхәббәтен осрата ул. 5-се курс егете Рөстәм Балаҡатай районы Кәркәй ауылынан була. Армия хеҙмәтенән егетте ҡыҙ көтөп ала. 2007 йылдың 21 сентябрендә бер һөйөү утында янған пар ата-әсәйҙәр ярҙамы менән гөрләтеп туй яһай. Бер йылдан ата-әсәне ҡыуандырып ҡыҙҙары Милена донъяға килә. Шул арала Гүзәл дә ҡыҙыл диплом менән юғары уҡыу йортон тамамлай. Ике йылдан һуң бәхетле ғаиләгә тағы ла шатлыҡ өҫтәп, улдары Алмаз тыуа.
Йәш ғаилә студент саҡтарында уҡ яратып өлгөргән Бөрөлә төпләнә. Ҡояшлы микрорайонында өй һалып сығалар. Ғаилә башлығы Рөстәм Альберт улы 10 йылдан артыҡ Эске эштәр министрлығы системаһында эшләй. Хәҙерге көндә Росгвардияның Бөрө бүлексәһендә лицензия-рөхсәт эштәре буйынса инспектор булып хеҙмәтен дауам итә. Эшен яуаплы башҡарғаны өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Гүзәл Ләис ҡыҙы Бөрө ҡалаһының 7-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Ҡыҙҙары Милена шул уҡ мәктәптең 2-се класында уҡый. Бәләкәй Алмаз балалар баҡсаһына йөрөй.
«Минең уйлауымса, матур сәскәләрҙе бары тик Рөстәм генә бүләк итә, Рөстәм генә матур, иркә һүҙҙәр әйтә ала. Шуға ла мин үҙемде бик бәхетле хис итәм, тормошомдан ҡәнәғәтмен», – ти шатлығынан балҡып торған Гүзәл.
Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: