Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
7 Ноябрь 2017, 16:26

Бәхет серен белә Талиповтар

Ҡашҡа ауылында алтын һәм туҡыма туйҙарын билдәләүсе ғаиләләрҙе тәбрикләнеләр

Ҡашҡа ауылында алтын һәм туҡыма туйҙарын билдәләүсе ғаиләләрҙе тәбрикләнеләр
Районыбыҙҙа 50, 60, 70 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе парҙарҙы тантаналы шарттарҙа тәбрикләү күптән матур йолаға әйләнде. Ҡашҡалар ҙа был йоланан ситләшмәй. Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған сарала улар Әмир ауылында 50 йыл татыу ғүмер итеүсе Фәйхүнә һәм Мәүзет Талиповтарҙы ихлас тәбрикләне.
Сараны матур итеп мәҙәниәт йорто методисы Фәрзәнә Яруллина алып барҙы. Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ҡәнәфи Шакируллин республика Башлығы ҡул ҡуйған Ҡотлау хатын уҡып, алтынға тиң ғүмер юлын матур үтеүсе Талиповтарға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Тантана сәбәпселәрен ҡотларға, уларға изге теләктәрен еткерергә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары килгәйне. Улар йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәрен еткерҙе, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте, йырҙар, гөлләмәләр бүләк итте.


Ғаилә ҡороу - етди аҙым, бәхетле минуттарҙы ла, ҡайғылы саҡтарҙы ла һайлаған тормош иптәшең менән тиң-тигеҙ үтергә бурыслыһың. 50 йыл тормош тәжрибәһе туплаған Талиповтар быны раҫлай. Фәйхүнә Васби ҡыҙы менән Мәүзет Ҡәүи улының тормошо тынғыһыҙ хеҙмәт, балалар тәрбиәләү менән үтә.
Мәүзет ағай 1939 йылдың 10 ғинуарында Әмир ауылында Тәскирә һәм Ҡәүи Талиповтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. “Атайым һуғышҡа киткәндә миңә ике йәш ярым була. Уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат алғас, әсәйемә ҡушылып илағанымды хәтерләйем, — ти Мәүзет ағай. — Әсәйем бик тырыш, уңған ине, ауырлыҡтарға бирешмәне. Ат менән ашлыҡ ташыны, мине лә ҡырға эйәртеп алып бара торғайны. Көлтә өйә инек. Һоло башағын өтөп ашағаныбыҙ ҙа иҫтә”.
Тол ҡалған әсәһе Билгеш ауылы егетенә кейәүгә сыға. Мәүзет ағай Билгеш мәктәбендә ете класс белем алғас, 8-се класҡа Урмияҙ мәктәбенә уҡырға бара. “Мәктәптән ашығып ҡайтып, сабата үрә торғайныҡ. Болмозоға алып барып уны һата инек”, — тип мәктәп йылдарын иҫкә ала күпте күргән ир-уҙаманы. Өс йыл дуңғыҙ фермаһында ла эшләй ул. 1958 йылдың көҙөндә тырыш егетте армия сафына алалар. Өс йыл иҫән-имен хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ул Ҡаҙағстанға китә. Тракторсы-комбайнсы курстарын тамамлағас, уны комбайнсы итеп эшкә алалар. Шулай алты йыл эшләгәс, тыуған ауылына ҡайтып, “Төй” совхозына эшкә урынлаша.
1967 йылдың көҙөндә Мәүзет ағай Маталы ауылы һылыуы Фәйхүнә Васби ҡыҙын осрата. Йәштәр бер аҙ ваҡыт аралашып йөрөгәндән һуң, ғаилә ҡора. “Яңы йылда ҡыңғыраулы аттарҙа килен алып ҡайтыуым бөгөнгөләй хәтерҙә”, — ти Мәүзет ағай. Фәйхүнә апай бык тырыш, бар эшкә лә оҫта була. Ул май заводында 29 йыл намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыға. “Эшем бик ауыр булһа ла, тырыштым. Совхоздың бөтә бүлексәләренән һөттө беҙгә килтерәләр ине. Көн дә 30-40-ар фляга ҡаймаҡты Асҡынға оҙата торғайныҡ”, — тип иҫкә ала совхозда эшләгән йылдарын Фәйхүнә апай.
Ғаилә башлығы ла эштән башҡаны белмәй. 15 йыл водитель булып хеҙмәт һалғандан һуң, ул май заводында кочегар булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Талиповтар өс ҡыҙ һәм өс улға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер инде улар үҙ аллы тормош көтә, балалар тәрбиәләй. Бәхетле олатай менән өләсәй бөгөн ун ейән-ейәнсәрен, өс бүләсәрен һөйөп ҡыуана. “Атай-әсәйебеҙҙең бар ғүмере фиҙаҡәр хеҙмәттә үтте. Беҙҙе лә бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙеләр. Улар бөгөн дә тик томай, гөрләтеп донъя көтә. Оло йәштә булһалар ҙа, балалар, тип йән атып, тормош көтәләр. Беҙгә һәр саҡ ныҡлы терәк, ышаныс һәм өлгө булдылар. Уларға бик рәхмәтлебеҙ. Шулай таҙа-иҫән булып, оҙаҡ йылдар тыуған йортобоҙҙоң утын һүндермәй ғүмер итергә яҙһын”, — ти Талиповтарҙың балалары.
Фәйхүнә апай менән Мәүзет ағай шикелле 50 йыл бергә тормош һуҡмағынан атлау һәр кемгә лә тәтемәй. Тормоштоң бит уның төрлө ваҡыты була. Әммә был ғаиләгә ҡарап, бирелә тыныслыҡ тантана итеүен, бер-береһенә юл биреп йәшәгәнлектәрен аңларға була. Фәйхүнә апайҙың 40 йыл ҡәйнәһе менән бергә килешеп ғүмер итеүе лә уның ниндәй сабыр, уңған, кеселекле булыуы хаҡында һөйләй.
Юбилярҙарҙың бөгөн дә йәштәргә биргеһеҙ итеп гөрләтеп донъя көтөүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Улар күпләп мал аҫрай, йыл да ҡош-ҡорт алып ҡарай, баҡса үҫтереп, мул уңыш ала. Мәүзет ағай улдары менән күп йылдар инде пай ерҙәрен дә эшкәртеп, файҙаһын күрә. “60 гектар еребеҙ бар. Шуның уныһына бойҙай сәсәбеҙ, ҡалғаны бесәнлек өсөн. Быйыл гектарынан 17 центнер уңыш алдыҡ. Беҙҙең яҡ өсөн был бик яҡшы күрһәткес”, — тип быйылғы уңышҡа ҡәнәғәт булыуын белдерҙе ғаилә башлығы.
Талиповтар кеүек илле йыл бергә тиң йәшәп, тиң ҡартайып, дан итеп донъя көтөп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларға, ейәндәргә ярҙамлашып йәшәүҙәре ниндәй бәхет!
Был көндө шулай уҡ туҡыма туйҙарын билдәләүсе Флүрә һәм Фәүзетдин Фәйзрахмановтарҙы ла тәбрикләнеләр. Уларҙы туғандары, ғаилә дуҫтары, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре ихлас ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Наилә Имаева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: