Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
10 Август 2017, 17:07

Бәхеттәре сере — татыулыҡ

Сәләмовтар ауылдаштары өсөн һәр яҡлап өлгө булып тора Яңы Аҡбүләк ауылында йәшәүсе иҫ киткес ғаилә тураһында һөйләгем килә. Улар үҙҙәренең йәшәйеше, матур итеп донъя көтөүе һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра.

Яңы Аҡбүләк ауылында йәшәүсе иҫ киткес ғаилә тураһында һөйләгем килә. Улар үҙҙәренең йәшәйеше, матур итеп донъя көтөүе һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра.

Рәмзиә һәм Мәхийән Сәләмовтарҙың ғаилә ҡороуына 38 йыл тулған. Икеһенең дә ғүмере колхозда тырыш хеҙмәттә үтә. Рәмзиә апай 40 йылға яҡын һауынсы булып эшләй.

— Эшебеҙ ауыр булһа ла, намыҫ менән башҡарҙыҡ, татыу булдыҡ. Иртә таңдан тороп, ҡул менән 24-әр һыйыр һауа инек. Яҡшы эшләгәндәрҙе путевка буйынса Дүшәмбе, Алма-Ата, Фирғәнә, Ташкент, Ырымбур ҡалаларына экскурсияға ебәрәләр ине, — тип иҫкә ала ул хеҙмәт йылдарын.

Мәхийән Шәйхелислам улы 1977 йылда Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Юллама буйынса Салауат исемендәге колхозға эшкә ебәрелә һәм унда баш энергетик булып урынлаша. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ул “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була. 35 йылдан артыҡ хеҙмәт стажы бар. Ул күптән түгел күркәм юбилейын — 60 йәшен билдәләне.

Сәләмовтар ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтереп, уларға тормошта үҙ юлын табырға, аяҡҡа баҫырға, ғаиләле булырға ярҙам итә. Бәхетле олатай менән өләсәйҙең ҙур иркен өйө йәйен ике ейән һәм ике ейәнсәрҙең шат тауышынан гөрләп тора.

Мин Рәмзиә Мөбәрәк ҡыҙы һәм Мәхийән Шәйхелислам улына ҡарап ихлас ҡыуандым. Әңгәмә барышында тормошҡа зарланманылар, тик яҡшы яҡтарын ғына күрҙеләр. Улар балаларының уңыштарына ҡыуанып, һәр атҡан таңға һөйөнөп, булғанына шөкөр итеп йәшәй.

— Бәхетле булыуҙың сере — бер-береңде хөрмәт итеп, ышанып йәшәүҙә. Беҙ бер ҡасан да асыуланышып, һөйләшмәй йөрөмәнек. Аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, аңлашырға, ғәйеплеһең икән — ғәфү үтенә белергә кәрәк, — тип йәштәргә кәңәштәрен еткерҙе Мәхийән ағай.

Был ғаилә хеҙмәт һөйөүсәнлеге, тырышлығы, әйләнә-тирәләгеләргә ярҙамсыл булыуы менән оло хөрмәт ҡаҙанған. Улар балаларына, ауылдаштарына һәр яҡлап өлгө булып тора.

А. Рәхмәтуллин фотоһы.
Читайте нас: