Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
12 Июль 2017, 11:55

Тырышлыҡ һәм тәүәккәллек

Эмма һәм Илфат Абраровтарҙы уңышҡа илтә Ғаилә — ғүмер шишмәһе, тормош сығанағы, йәшәү мәғәнәһе. Донъяға килгән һәр кеше үҙ парын, үҙ тиңен табып, ғаилә ҡорорға теләй. Ә ғаиләнең ныҡлығы, матурлығы ир менән ҡатындың бер-береһенә мөнәсәбәтенә бәйле. Борайҙа йәшәүсе Эмма һәм Илфат Абраровтар менән осрашҡас, был төшөнсәләрҙең ысын булыуына йәнә бер ҡабат инандым.

Ғаилә — ғүмер шишмәһе, тормош сығанағы, йәшәү мәғәнәһе. Донъяға килгән һәр кеше үҙ парын, үҙ тиңен табып, ғаилә ҡорорға теләй. Ә ғаиләнең ныҡлығы, матурлығы ир менән ҡатындың бер-береһенә мөнәсәбәтенә бәйле. Борайҙа йәшәүсе Эмма һәм Илфат Абраровтар менән осрашҡас, был төшөнсәләрҙең ысын булыуына йәнә бер ҡабат инандым.
Абраровтар — йәш ғаилә. Әле уларҙың никахына ни бары 11 йыл үткән. Шулай булһа ла, улар өс балаға ғүмер бүләк итергә, бик матур йорт төҙөп сығырға, үҙ эшен булдырырға ла өлгөргән.
Ғаиләнең ныҡлығы ир кешегә бәйле булыуын бер кем дә инҡар итә алмай. Был — бәхәсһеҙ. Абраровтарҙың йорттары ныҡлы, тормоштары етеш булыуы, әлбиттә, иң беренсе сиратта ғаилә башлығы Илфаттың тырышлығы арҡаһында. Һөнәре буйынса юғары белемле физика-математика уҡытыусыһы булған Илфат Мәдис улы һигеҙ йыл уҡытҡандан һуң, үҙ эшен асырға ҡарар итә. Тормош иптәше Эмма ла уның был теләген күтәреп ала. Үҙенә ышанғандарын тойопмо, бәләкәйҙән ниндәй эшкә тотонһа ла уны еренә еткереп эшләргә өйрәнгәнгәме, ир отолмай. Аллаға шөкөр, эше уң ғына бара — заманса тәҙрәләр, түшәмдәр, өй, гараж ишектәре эшләй ул. Әлеге ваҡытта өсөнсө балалары менән декрет ялында булған Эмма ла (ул һөнәре буйынса шәфҡәт туташы) бөтмәҫ йорт эштәре, балалар мәшәҡәте тип кенә ята торғандарҙан түгел — иренең ныҡлы ярҙамсыһы ла. Илфат өлгөрмәгәндә машинаһына үҙе ултыра ла кәрәк еренә барып ҡайта, өйҙә ҡолаҡ тишеү кеүек һөнәри хеҙмәт тә күрһәтә. Дүртенсе класты тик бишле билдәләренә генә тамамлаған Эльвина ла, быйыл балалар баҡсаһы менән хушлашып, беренсегә уҡырға барырға йыйынған Ридаль да кәрәк саҡта һауыт-һабаны йыуып, үҙҙәренең бүлмәләрен йыйыштырып ҡуя, йәш тә өс айлыҡ ҡына ҡустылары Асҡарҙы ла ҡарап тора. Балалар ата-әсәнең беренсе ярҙамсылары булып үҫә.
Шау сәскәлә ултырған баҡса ла хужабикәнең уңғанлығын күрһәтә. Юғиһә, Илфаттың иртә таңдан ҡараңғыға тиклем эштән бушамағанлығын белеп торам, өс баланың өҫ-башы таҙа, тамағы туҡ, өйҙөң нуры сығып торорлоҡ итеп йыйыштырып-таҙартып тороу ҙа Эмма өсөн байтаҡ ваҡытты алыуын да тойомлайым үҙем. Мин барғанда ла үҙҙәренең өс балаһы өҫтөнә Эмманың апаһының, Илфаттың һеңлеһенең икешәр балаһы ла уларҙа ине. Уларҙың рәхәтләнеп уйнауын, шау-гөр килеп йүгереүен күреп, был ғаиләлә барыһы ла сабыйҙары өсөн булыуына һис икеләнмәйһең. Улар наҙ, яратыу тойоп үҫә. Минең аптырап: “Нисек өлгөрәһегеҙ был тиклем эш башҡарырға?” — тигән һорауыма, Эмма: “Беҙ бит бөтә эште бергә эшләйбеҙ, — тип яуап бирҙе. — Илфат балаларға ла ваҡытын бүлергә тырыша. Улар ҙа көн-төн эш араһында йөрөп арыған атайҙарын күрергә зарыҡмай, ә уның менән уйнап, һөйләшеп, йылыһын тойоп үҫә”.
Дөрөҫ, ир менән ҡатын икеһе бер һүҙҙән, бер уйҙан булып, бер-береһенең эшен һинеке-минекенә бүлмәй эшләһә генә ошондай матур һәм етеш тормошта йәшәп булалыр.
— Өй төҙөгәндә дәүләт тарафынан бирелгән йәштәр субсидияһы бик ҙур ярҙам булды, — ти Эмма. — Аҡса булһа, барыһын да эшләп була.
Уның был һүҙҙәрендә, әлбиттә, хаҡлыҡ бар. Тик эш аҡсала ғына түгел. Тотоп эшләргә теләге лә, тырышлығы ла кәрәк бит әле. Уларҙың күркәм йорт булдырып, матур-матур балалар үҫтереп йәшәүенең сере нәҡ ана шул берҙәмлектә, тырышлыҡта һәм бер эштән дә ҡурыҡмайынса, тәүәккәл тотоноуҙалыр. Тырышлыҡ, иренмәү, кемдәндер көтөп ятмау кеүек сифаттар уларҙы бик күптәрҙән айырып тора.

Венера Арыҫланова.
Читайте нас: