Бөрө районы Шестыков ауылында йәшәүсе Әсҡәт һәм Хәлиҙә Гайнановтарҙың бергә тормош көтөүенә 60 йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырған. Хәҙер өләсәй менән олатайҙы 10 ейән-ейәнсәре, биш бүлә-бүләсәре уңыштары менән һөйөндөрөп тора.
Ғүмер буйы колхозда механизатор һәм һауынсы булып эшләгән Гайнановтар бөгөн дә тик ултырырға яратмай. Иңгә-иң терәп оҙаҡ йәшәүҙең сере хеҙмәт һөйөүҙә, ти улар.