Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
30 Июнь 2017, 13:34

Гәүһәр туйҙарын билдәләнеләр

Нөркә ауылында йәшәүсе Разия Сәрүәртдин ҡыҙы менән Рәиф Сабирйән улы Вәлиевтар күптән түгел гәүһәр туйҙарын билдәләне. Уларҙың дуҫ-татыу ғүмер итеүенә күптәр һоҡланып ҡарай. Матур ғаилә ҡороп, лайыҡлы тормош юлын үтеп, улар өс бала — бер ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтергән . Ҡыҙҙары Розалия шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Рәдиф улдары — банкта, Илүс заправкала оператор.

Разиә Сәрүәртдин ҡыҙы ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған. Ә Рәиф Сабирйән улы колхозда водитель булып эшләгән. Фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп абруй ҡаҙанған Вәлиевтар ауылдаштарының, балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бөгөн дә матур итеп тормош кәтә. Уларҙың өс ейәне, дүрт ейәнсәре, өс бүләһе һәм бер бүләсәре бар.
Ҡыҙ һәм улдарына, ейән-ейәнсәрҙәренә һәр эштә терәк, аҡыллы кәңәшсе булған Разия апай менән Рәиф ағай уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәрен уҡып, тыныс ғүмер итә.
Читайте нас: